Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
28 Май 2020, 02:47

“Торатау”ға яҙыл - яҡындарыңды һөйөндөр!

Ҡәҙерле яҡташтар! Июнь - киләһе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылып ҡалыуҙың һуңғы айы!

Ҡәҙерле яҡташтар! Июнь - киләһе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылып ҡалыуҙың һуңғы айы!
Район халҡы “Торатау” гәзитенә почта бүлексәләрендә, шулай уҡ https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1115/ сайты аша яҙыла ала. Ҡалала йәшәүселәргә иһә редакцияға килеп яҙылыу күпкә отошло! Көҫәпҡол, Тирмән-Йылға, Һул яҡ яр, Смаҡай кеүек ҡала яны ауылдары халҡы редакция почтальонын 4-11-80 телефоны буйынса саҡыртып, гәзиткә ваҡытында яҙылып ҡуя ала.
Хөрмәтле йәштәр! Һеҙгә айырым мөрәжәғәт. Вирус күптәрҙең кеҫәһенә һуҡҡан, иртәгәгә өмөттәрҙе һынаған осорҙа берберебеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ, был оло туғандарығыҙға, атай-әсәйегеҙгә интернет юлы аша гәзиткә яҙылыуҙа ярҙам итеүҙә лә сағыла. Яҡын кешең адресына район гәзитенә яҙылып ҡуйыу – ысындан да ҙур бүләк кеүек ҡабул ителә! Улым гәзитле итте, ҡыҙым онотмаған, тип һөйөнһөн атай-әсәйегеҙ!
Фото: редакция архивынан
Читайте нас: