Дуҫ-иштәрен, яҡындарын тыуған көн менән ҡотлау өсөн шиғырҙар һорап мөрәжәғәт итеүсе гәзит уҡыусыларҙың күп булыуын иҫәпкә алып, бер аҙырағын сайтҡа тупларға булдыҡ. Рәхим итеп ҡулланығыҙ!
Ҡотло булһын Тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менән
Үтһен һәр бер килер көнөң.
***
Шатлыҡ менән тыуһын таңдар,
Бәхет үҙе сыҡһын юлыңа.
Һин бәхетле!
Ышан был донъяла,
Һаулыҡтан ҙур бәхет юғына...
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
***
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Был көн шундай күнеллелер
Һин тыуғанға,
Был донъя шундай яктылыр
Һин булғанға.
Бөтә йыһан шатланғандыр
Һин тыуғанда.
Тирә-яҡта һәр сак байрам
Һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкемле бул!
Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре уҫкәндә лә,
Яҙ япрактар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә карҙар яуғанда ла!
Ҡотло булһын тыуған көнөң!
.... – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, ... ,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙен арала.
***
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен.
***
Ҡояштыҡы кеүек булһын ғүмерең,
Күҙҙәреңдә нурҙар һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен!
***
Бәхеткәйең оҡшаш булһын ине
Яңы яуған ап-аҡ ҡарарҙарға.
Иң-иң яҡындарың йыйылғандар
Юбилейың менән ҡотларға.
***
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын,
Килә, туған, бүләк итәһе.
Донъялағы иң матур һүҙҙәрҙең,
Иң йылыһын һиңә әйтәһе.
Өй түрендә бәхетле юбиляр,
Күтәрәбеҙ тулы бокалдар.
Эй хоҙайым бәхет һаулыҡ, оҙон ғүмер
Бир инде,тиеп теләй туғандар.
...Бөгөн байрам беҙҙең күңелдә,
Ҡалһын шулай матур ғүмергә.
Барыр юлдарыбыҙ айрылмаһын,
Тимер юлдар кеүек гел бергә!
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ,ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Күпме булһа ерҙа изге теләк-
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек,бары шатлыҡтар!
Тыуған көнөңдәге һымаҡ,
Дуҫтар һәр саҡ булһын янда.
Һайрап ҡына уятһындар
Ҡоштар һине һәр бер таңда.
Бөгөнгә тиклем ашмаған,
Теләктәрең булһын ҡабул.
Пак күңелле,һау-сәләмәт,
Тәүфиҡлы ғына һин бул!!!
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағын бер йыл,
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин - бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ - һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисектермәй ысынға ашһын,
Беҙҙең күркәм теләктәр!
Тыуған көнөң һинең йән дуҫҡайым,
Ғүмереңдең сәскә саҡтары.
Теләктәрҙең һиңә иң изгеһе -
Йөрәк түрҙәрендә ятҡаны.
Һуйыр таштай сыҙам, түҙемле бул
Тормош күперҙәрен үткәндә,
Йән һөйгәнең яндарыңда булһын
Яҙмыш һуҡмаҡтарын һүткәндә.
Бәхеттәрҙең теләйем бер-бер артлы
Шатлыҡ нуры һирпеп килгәнен.
Күҙҙәреңдең гел балҡыуын теләйем,
Йылмайғанын теләйем, көлгәнен.
... ғүмерле бул, рәхәт йәшә,
Ҡайғы еле һиңә теймәһен.
Теләр теләктәрең ҡабул булһын,
Өмөттәрең һис кем өҙмәһен.
Донъя тип - донъя ҡыуабыҙ,
Тартабыҙ тормош йөгөн.
Онотоп тор мәшәҡәтең,
Бөгөн бит тыуған көнөң!
Һинең өсөн генә бөгөн
Иң матур гөлләмәләр.
Ҡотлай дуҫ-иш, туғандарың,
Яуа изге теләктәр!
Бер йыл үтте, тағы тиеп,
Календарға зарланма.
Алда көтә яҡты йылдар,
Үткәнен һин парлама.
Тыуған көн үтә лә китә,
Алда тора иң шәбе.
Ҡайғы-хәсрәт урап үтһен,
Һүнмәһен ғүмер шәме!
Һинең өсөн генә бөгөн,
Йылмаялар сәскәләр.
Алда әле, иркәләнеп,
Уянаһы иртәләр.
Тыуған көнөң менән ҡотлап елдәр һиңә
Минең сәләмемде илтһендәр.
Ҡояштан ал ҡайнар һөйөүемде,
Гөлдәр ҡосағыңа инһендәр.
Ҡотло булһын һине тыуҙырған көн,
Ҡотло булһын алда ғүмерең.
Бәхетле бул бөгөн,һәр көн
Ожмахыңда күңел түренең!
Ғүмереңдең иң-иң сағыу,
Иң матур мәле еткән!
Тыуған көнөң менән ҡотлап
Мин һине тәбрик итәм.
Тормош юлың алға барһын,
Көндәрең үтһен имен.
Яҡты булһын бар уйҙарың,
Һау булһын йәнең, тәнең.
Шатлан, һөйөн! Һин бәхетле!
Һинең ғүмер байрамың!
Кемдер өсөн иң ҙур бүләк,
Иң ҙур шатлыҡ булғаның!
Һинең тыуған көнөң бөгөн,
Мин йондоҙҙарҙы тирәм.
Йондоҙҙарҙың гөлләмәһен
Бүләгем итеп бирәм.
Һинең тыуған көнең бөгөн,
Ҡояш нурҙарын өҙәм.
Аллы-гөллө нурҙар менән
Мөхәббәт һүҙен теҙәм.
Һинең тыуған көнөң бөгө ,
Бүләк булһын бар йыһан
Икһеҙ-сикһеҙ бәхет -донъя
Ер йөҙөндә һин булһаң.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Бөгөн һинең тыуған көнөң,
Көтөп алған күңел байрамың.
Йөрәгеңә бәхет ҡошо ҡунып,
Иң-иң гүзәл йырын һайраһын!
Бөгөн һинең моңдан торған көнөң,
Күркәмдәрҙән-күркәм бер мәлең.
Аҡ яҙмышың һиңә бүләк итһен
Был донъяның барлыҡ саф йәмен!
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Тыуған көндәр һәр саҡ ҡотло булһын!
Һыҙылып та атһын ал таңдар,
Айлы кистәр сағыу нурын бөркһөн,
Шаярышып аҡһын болоттар,
Сәскә таждарына ысыҡ ҡунһын,
Көн дә ҡояш күктә балҡыһын,
Аллаһ үҙе ҡурсып, һаҡлап торһон
Ергә тыуған һәр бер балаһын.
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәм,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
50 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан барған саптарың.
Әсәй фатихаһы, сәләмәтлек
Һинең менән булһын гел бергә.
Именлектә, ғаилә бәхетендә
Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә.
50 йәш ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Олатайҙар булып ейәндәргә
Татыу яҙһын йәшәү йәмдәрен.
50 йәш ул-ярты ғүмер
Етегеҙсе йөҙгәсә.
Барлыҡ яҡындарың менән
Шатланып йәшә ерҙә.
Ҡыуаныстар артып торһон
Бәхеттәр килһен йөҙөп.
Яҡындарың һөйөнһөндәр
Йәшә йылмайып, көлөп.
Гөлләмәләр бүләк итәм
Һинең илле йәшеңә.
Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ
Теләйем кәйеф һиңә.
Тормош дуҫың менән тигеҙ
Тормош юлын үтегеҙ!
Илле йәшкә еткәнһегеҙ
Йөҙ йәшкә лә етегеҙ!
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Тыуған көнөң менән!
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәhе.
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә
Иң йылыhын килә әйтәhе.
Сәләмәтлек ташламаhын ине,
Һәр тыуған көн үтhен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булhын hеҙгә тормошта!
Тыуған көндәр һәр саҡ ҡотло булһын!
Һыҙылып та атһын ал таңдар,
Айлы кистәр сағыу нурын бөркһөн,
Шаярышып аҡһын болоттар,
Сәскә таждарына ысыҡ ҡунһын,
Көн дә ҡояш күктә балҡыһын,
Аллаһ үҙе ҡурсып, һаҡлап торһон
Ергә тыуған һәр бер балаһын.
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәм,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Шатлыҡ,ҡыуаныс hәм бәхет
Юлдаш булhын үҙеңэ.
Һис ҡартайма мәңге йәш бул
Йәшә гел көлөп кенә.
Оҙон ғүмер,ныҡлы hаулыҡ
Дуҫым hиңә теләйем.
Ҡайғы күрмә рәхәт йәшә
Яҡты булһын көндәрең.
Тыуған көнөң менән ҡотлап
Бүләк итәм гөлләмә.
Был доньяла рәхәтләнеп
Гөрләп ҡыуанып йәшә!
Әсәкәйем минең! Яндарыңда
Гелән рәхәт, гелән күңелле!
Һиндә генә урын алғандыр ул
Йомшаҡлығы йөрәк, күңелдең!
Телкәйеңдән гел йылы һүҙ сыға,
Балаларым, тиеп йәшәйһең.
Ғүмеркәйең оҙондарҙан булһын,
Донъялағы иң шәп кешеһең!
Күҙ нурҙарын түгеп,күңел биреп,
Төн йоҡламай ҡарап үҫтерҙең,
Хәҙер һинең ғәзиз балаларың
шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен.
Һинең көнөң бөгөн, Әсәй!
Йылмай, көл тыуған көнөңдә.
Фәрештәләр бәхет төшөрһөн
Ҡояш төҫлө сағыу йөҙөңә!
Ныҡлы һаулыҡ бирһен Хоҙай үҙеңә,
Көс, дәрт ташһын йәш күңелеңдә.
Мең-мең рәхмәт, Әсәй, тик һиңә,
Беҙ бәхетле булғанға был ерҙә!
Изге теләк, наҙлы һүҙҙән башҡа
Табып булмай затлы бүләкте.
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.
Әсәй бит ул өйҙөң йылыһы,
Әсе елдән ҡаплай балаһын.
Ҡайҙарҙа ғына йөрөһәк тә,
Һаҡлай беҙҙе һинең фатихаң.
Беҙ теләйбеҙ һиңә бәхет, әсәй
Тән сихәтен, күңел тыныслығын.
Оҙон ғүмер, яҡты тормош юлың
Шатлыҡ ҡыуаныстарға тулһын!
Сал сәстәрең араһында
Мин ағартҡан сәс тә бар.
Һинһеҙ әсәй ,тормош йәмһеҙ.
Һинһеҙ,әсәй,донъя тар.
Оҙон ғүмер ,һаулыҡ бирһен хоҙай
Баш эйәмен һинең алдыңда.
Изгелегең өсөн мең-мең рәхмәт,
Ҡояш ҡына көлһөн ғүмер таңыңда!
Һөйөүемде һинән йәшермәйем,
Һинең алда башым эйәмен.
Минең ғүмерем бит һинән бүләк,
Рәхмәт һиңә, әсәй, тиәмен.
Ал таңдарҙы бирҙең миңә, әсәй,
Үҫтерҙең тик бәпләп ҡәҙерләп.
Ғәзиз әсәкәйем, һиңә ҡалам
Иң ҙур бәхеттәрҙе мин теләп.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы hүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең hеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ hеҙ,
Атай-әсәй, hәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар hайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осhон әле, hеҙҙән көнләшеп!
Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың,
Матур атһын килер таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән балаларыңдың.
Ҡояш йылыһына йыйылғандай,
Һыйынабыҙ, әсәй, яныңа.
Тормош йәмен, матурлығын тойоп,
Йәшә, әсәй, йәшә тағы ла.
Һин бит, әсәй, беҙҙең
өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып
йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, әсәй,
мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын
кешебеҙ!
Наҙлап ҡына үҫтерҙең
бит беҙҙе,
Керпек ҡаҡмай, һөйөп
ҡулыңда.
Һинең ғүмер балҡый
маяҡ булып
Беҙ үтәһе тормош
юлында!