Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Апрель 2020, 17:42

Ололарҙан өлгө алайыҡ

Башҡортостандың мәғариф алдынғылары, хеҙмәт ветерандары Фәниә Хөснитдин ҡыҙы һәм Әптрәхим Ғимран улы Хәйбуллиндар әлеге үҙаллы изоляция осоронда олатай-өләсәй иңенә төшкән иң яуаплы йөкләмәне атҡара – ейәндәр ҡараулы, бергәләп дәрес әҙерләйҙәр, китап уҡыйҙар.

Башҡортостандың мәғариф алдынғылары, хеҙмәт ветерандары Фәниә Хөснитдин ҡыҙы һәм Әптрәхим Ғимран улы Хәйбуллиндар әлеге үҙаллы изоляция осоронда олатай-өләсәй иңенә төшкән иң яуаплы йөкләмәне атҡара – ейәндәр ҡараулы, бергәләп дәрес әҙерләйҙәр, китап уҡыйҙар.
Әлбиттә, әлеге хәлдә ҡалала эшләп йөрөгән ата-әсәләр өсөн ауылда ейән-ейәнсәрҙәрен көтөп торған олатай-өләсәй булыуы – ҙур бәхет. Юғары категориялы химия-биология уҡытыусыһы Әптрәхим ағай ғүмеренең 42 йылын балалар уҡытыуға арнаған. Ә Фәниә Хөснитдин ҡыҙының ҡулы аша Һайран ауылының күпме бәләкәсе үтте икән?! Балалар баҡсаһында 40 йыл, шуның 26 йылы мөдир булып эшләү дәүерендә күҙ алдында үҫеп, төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған тәрбиәләнеүселәре менән хаҡлы ғорурлана ала ул. Ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә Хәйбуллиндар. Бөгөн улар ваҡыттарын ғәзиздәренә арнай алыуы менән бәхетле. Баламдың балаһы - балдан татлы, тип юҡҡа ғына әйтелмәй икән шул. Ете ейән-ейәнсәренә һөйөнөп, ҡулдан килгәнсә ярҙам итешеп йәшәйҙәр. Олатай-өләсәй тәрбиәһе тигән тәрән төшөнсәне нәҡ уларға ҡарап нығыраҡ аңлайһың. Фотоға төшөрөп алған мәлдә Стәрлетамаҡтан ейәндәре уларҙа ине. Алмаз 1-се класта уҡый, ә Ирханға 4 йәш. Олатай-өләсәһенең ҡулында үҙебеҙҙең “Торатау” гәзитен, төрлө китаптар күргән малайҙар үҙҙәре лә уҡырға тырышып ята.
- Был хәүефле мәлдәр ҙә үтеп китер, күңел күтәренкелеген һаҡларға кәрәк. Ваҡытлыса өйҙә ултырыуҙы ауырға алмайыҡ, бик күп файҙалы шөғөлдәр бар, төрлөһөнә өйрәнергә була. Берберебеҙгә күңел йылыһы, иғтибар бик кәрәк ваҡыт. Йәштәр – яуаплы, ололар кәңәшле булһын, – ти тормош ҡәҙерен белгән күркәм пар.
Фото: автор.
Читайте нас: