Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Апрель 2020, 12:58

“Торатау”ға яҙылғандар мәғлүмәтле лә, һуғанлы ла булыр!

Ҡәҙерле яҡташтар! 1 апрелдән 2020 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыуҙың төп осоро башланды.

Ҡәҙерле яҡташтар! 1 апрелдән 2020 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыуҙың төп осоро башланды.
Аңлап тораһығыҙ, гәзит-журналдарға яҙылыуҙы әлеге мәлдә вирусҡа бәйле хәлдәр ҙә ҡатмарлаштыра. Барыр ереңә барып булмай, тип көймәгеҙ, күп хеҙмәттәргә дистанцион юл менән мөрәжәғәт итеп булған кеүек, үҙебеҙҙең район гәзиттәренә лә интернет аша яҙылыу мөмкинлеге бар! Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының https://rbsmi.ru/ сайты аша быны бик еңел эшләргә мөмкин. Сайтҡа үткәс, “Подписка” йәғни “Яҙылыу” тигән төймәгә баҫыу менән теләгән гәзит-журналды һайлап яҙылыу юлы асыла. Ә хәҙер иң ҡыҙығы – ошо сайт аша “Торатау” гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәһен ватсап аша (8-989-954-78-38) ебәргән иң тәүге 20 кешегә 0,7 л банкаға һыйған күләмдә һуған орлоғо бүләк итәбеҙ! Сифатлы орлоҡтар менән ҡалабыҙҙағы “Баҡса” магазины ярҙам итте.

Ярты йылға “Торатау”ға яҙылыу хаҡы - 953,82 һум. Һеҙҙән квитанция күсермәләре - беҙҙән һуған орлоғо, дуҫтар!
Шуға иғтибар итегеҙ - сайт аша яҙылыу юлы төп хаҡ менән гәзит-журналдар алдыртҡандарға отошло. Ташламалы хаҡҡа хоҡуғы булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, хаҡлы ялдағылар почтальондарҙы өйөнә саҡырта ала. Ишембай почтамты етәксеһе Гүзәл Ғарипова билдәләүенсә, бының өсөн ауылығыҙҙағы почта бүлексәһенә шылтыратып мөрәжәғәт итеү етә. Был электән килгән тәжрибә, тик әлеге ваҡытта почтальондар махсус кейемдә, битлектә килә - санитар-эпидемиологик талаптар үтәлеүе хәстәрләнә.
Читайте нас: