Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Март 2020, 11:00

Һөйөнһөн яҡындарыбыҙ!

Ишембай муниципаль телевидениеһы «Йырлы бүләк» исемле ҡотлауҙар программаһын башлап ебәрҙе.

Ишембай муниципаль телевидениеһы «Йырлы бүләк» исемле ҡотлауҙар программаһын башлап ебәрҙе.
Туғандарҙы, дуҫтарҙы үҙебеҙҙең телевидение эфир тулҡындарында ҡотлап, музыкаль бүләк тапшырыу мөмкинлеге менән яҡташтар ихлас файҙаланыр тип ышанабыҙ.
- Яҡындарыбыҙҙы һәр ваҡыт шатландырып, һөйөндөрөп торғо килә, ә ҡотлауҙар тапшырыуы аша быны бик еңел, ижади эшләп була, - тип уртаҡлашты хеҙмәттәшебеҙ, "Йырлы бүләк” тапшырыуын алып барыусы Хәнә Мәҡсүтова. - Заявкаларҙы бер аҙна алдан биреү кәрәк, 8-10 сифатлы фото ебәреүегеҙҙе лә һорайбыҙ. Ҡотлау тексын яҙыуҙа ауырлыҡтар тыуа икән - ярҙам итәбеҙ. 6-26-38, 8-987-628-16-72 телефон һандарын үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйып, ғаилә тантаналары яҡынлағанда шылтырата
алаһығыҙ.
Музыкаль ҡотлауҙар һәр шәмбе киске сәғәт 9-сы яртыла “Сәләм” каналында (Уфанет 156-сы кнопка) күреп була.
Фото: Хәнә Мәҡсүтова архивынан.
Читайте нас: