Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Март 2020, 14:36

Почтальондарыбыҙҙы ҡотланыҡ

Район һәм ҡала халҡын “Торатау”ға яҙҙыртыуҙа иң матур һөҙөмтәгә өлгәшеүсе почтальондарҙы, почта бүлексәһе етәкселәрен тәбрикләү йолаһы байтаҡ йылдар йәшәп килә. Ошо көндәрҙә Ишембай почтамтында коллективтың уҙған йылғы эш һөҙөмтәләре барланды. Редакция ла ошо сарала ҡатнашып, иң әүҙем почтальондарҙы ҡотлап үттек.

I урын был юлы ла этҡолдарҙа. Почтальон Дамира Хәйруллина 108 дана “Торатау”ға яҙҙыртҡан. Почта бүлексәһе начальнигы Гөлфирә Хәйруллинаның да бында тырышлығы ҙур. II урында Һайран почтальоны Гөлфиә Ғәлимова, өлгөр почта бүлексәһе начальнгы Айгөл Вәлишинаға ла рәхмәтлебеҙ. Ә бына Әхмәр почтальоны Рәмзиә Кәримова өсөнсө һөҙөмтә күрһәткән, уға һәм почта бүлексәһе начальнигы Альбина Мәүлетҡоловаға артабан да гәзит менән халыҡ араһын яҡынайтып, ошолай уңышлы эшләүҙәрен теләйбеҙ.
8 март - Ҡатын -ҡыҙҙар байрамы алдынан үҙҙәрен ошо һөнәргә арнаған гүзәл заттарҙы тәбрикләү ихлас ҡабул ителде. Артабан да һеҙгә таянып, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләргә яҙһын!
Әйткәндәй, әле гәзиткә алдан яҙылыу барыуын хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 31 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Был осорҙа йылдың икенсе яртыһына былтырғы хаҡ менән яҙылып ҡуйырға мөмкин.
Читайте нас: