Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Март 2020, 21:09

Яҙылып өлгөрәйек!

Рәсәй Почтаһы 2020 йылдың икенсе яртыһына тәүге ярты йыллыҡтағы хаҡ буйынса матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын иғлан итте. Акция март аҙағына тиклем генә бара.

Рәсәй Почтаһы 2020 йылдың икенсе яртыһына тәүге ярты йыллыҡтағы хаҡ буйынса матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын иғлан итте. Акция март аҙағына тиклем генә бара.
Яратҡан гәзит, журналдарға республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә, шулай уҡ podpiska.pochta.ru сайтында онлайн тәртибендә яҙылырға мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әле почта аша “Торатау” гәзитенә ярты йылға яҙылыу хаҡы 953 һум 82 тин. Ташламаға хоҡуҡлылар өсөн - 867 һум 42 тин.
Шулай уҡ ҡала халҡы редакциянан килеп алыу һәм редакция почтальондары таратыу шарты менән гәзиткә осһоҙораҡ хаҡҡа яҙыла ала. Был осраҡта ярты йылға гәзиткә яҙылыу 687 һумға төшәсәк.
Бергә булайыҡ, дуҫтар!
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.
Читайте нас: