Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
11 Февраль 2020, 11:34

Сәйнүк хужаһы Ҡалыу-Айырынан

Тос бүләк отоусыларҙың тағы ла береһе менән таныштыҡ– Ҡалыу-Айырынан Нурсилә Булатоваға электр сәйнүген тапшырҙыҡ.

Тос бүләк отоусыларҙың тағы ла береһе менән таныштыҡ– Ҡалыу-Айырынан Нурсилә Булатоваға электр сәйнүген тапшырҙыҡ.
Ул да гәзитебеҙҙе күптән алдыра икән.
- “Торатау” ваҡытында килә. Нимә яҙыла - барыһы ла оҡшай. Район тормошонан бөтә яңылыҡтарҙы белеп барабыҙ, ҡотлауҙары ла кәрәкле. Шулай ҙа хикәйәләрҙе күберәк баҫһағыҙ ине, тигән теләк бар. Сәйнүк отоуымды ишеткәс, әлбиттә, шатландым. Минән бигерәк эргәбеҙҙә йәшәүсе 89 йәшлек өләсәйем ҡыуанды. Сөнки ул да “Торатау” алдыра. Гәзитте көтөп алып, әле булһа күҙлекһеҙ уҡый, - тип яңы сәйнүк сәйе менән яҡындарын һыйларға ҡайтып китте Нурсилә.
Дөйә лә бүләк, төймә лә бүләк тиһәләр ҙә, тосораҡтарын тапшырыуы үҙе бер кинәнес. Бындай саҡта үҙебеҙ бүләк отоусыларҙан да нығыраҡ һөйөнөп тороп ҡалабыҙ.
Фото: автор.
Читайте нас: