Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Ғинуар 2020, 11:23

Термос Биксәнгә китте

“Торатау”ға яҙылыусыларға бүләк оттороу, аҙаҡ уларҙы таратыу үҙе бер йәмле ваҡиға. Гәзиттә бәхетле бүләк хужалары исемлеген баҫтырыу менән бер-бер артлы редакциябыҙҙа улар үҙҙәре лә күренә башланы.

“Торатау”ға яҙылыусыларға бүләк оттороу, аҙаҡ уларҙы таратыу үҙе бер йәмле ваҡиға. Гәзиттә бәхетле бүләк хужалары исемлеген баҫтырыу менән бер-бер артлы редакциябыҙҙа улар үҙҙәре лә күренә башланы.
Ошо көндәрҙә генә Биксәндән Фәниә апай Баймырҙина килеп инде. Был мөләйем апайға термос яҙған. “Торатау”ҙы ул күптәндән алдыра икән, ә бына бүләкте быға тиклем бер ҙә отҡаны булмаған.
- Үҙебеҙҙең район гәзитенә алдан уҡ яҙылып ҡуям, бер ҡасан да аҙаҡҡа ҡалдырмайым. “Торатау” һәр ваҡыт ваҡытында килә, почтальоныбыҙға рәхмәт. Гәзитте алыу менән бар эшемде ҡуйып, уҡырға тотонам. Бөтә яңылыҡтарҙы, үҙгәрештәрҙе гәзит аша белеп барам, хикәйәләрҙе лә яратып уҡыйбыҙ. Бер теләгем дә бар - мосолман байрамдары тураһында күберәк яҙылһын ине, - тине Фәниә Риза ҡыҙы.
Термос отоуы тураһында хәбәрҙе лә ул үҙе гәзиттән уҡып белгән. “Тәүҙә ышанмайыраҡ торҙом, рәхмәт, бүләк оҡшаны”, - тине ул ихлас йылмайып.
“Торатау”ҙы көтөп алып уҡыған, кәңәштәрен биреп торған ошондай уҡыусыларыбыҙҙың һәр береһе беҙгә ҡәҙерле. Һеҙҙең ише әүҙем, дәртле гәзит алдырыусылар барҙа милли матбуғаттың киләсәге ышаныслы.
Фото: автор.
Читайте нас: