Үҙебеҙҙең ҡала һәм район яңылыҡтарын ишембайҙар ғына түгел, бар республика халҡы бөтә кабель селтәрҙәрендә лә ҡарай ала.
Республика ярҙамы менән муниципаль телевидениелар тапшырыу даирәһен киңәйтеү, артабан да ышаныслы эшләү мөмкинлеге алды. Хәҙер Ишембай хәбәрҙәрен “Башҡортостан 24” каналы һәр йома һайын 14.30 һәм 18.00 сәғәттәрҙә күрһәтһә, “Сәләм” телеканалында шулай уҡ район һәм ҡала яңылыҡтарын һәр шәмбе 19.00 сәғәттә, кесаҙна 03.00, 07.00, 13.00 сәғәттәрҙә, ә рус телендәгеһен һәр йома 19.00, шәмбе 03.00, 07.00, 13.00 сәғәттәрҙә ҡарап була.
Быға тиклем үрҙә әйтелгән телеканалдар ҡайһы бер кабель селтәрҙәрендә генә күрһәтһә, быйылғы йылдан улар барлыҡ йорттарға ла үтеп инде. Шулай итеп, “Сәләм” телеканалы “Башинформсвязь”, IP TV интерактив пакет “Башинформсвязь” – 46, 48 йәки 70,” Ростелеком” – 758, Уфанет – 156 позицияларҙа күрһәтә. “Башҡортостан 24” каналын иһә “Башинформсвязь”, “Ростелеком” кабель селтәрҙәрендә – 24, “Уфанет”та – 165 позицияла ҡарарға була.