Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Ғинуар 2020, 12:38

Гәзитле лә, бүләкле лә кемдәр икән был юлы?!

15 ғинуар килде лә етте бит әй, дуҫтар. “Подписка” тамам, бүләктәр – эйәле.

15 ғинуар килде лә етте бит әй, дуҫтар. “Подписка” тамам, бүләктәр – эйәле.
Вәғәҙә – иман, тигәндәй, тап ошо көндө һеҙҙән килгән квитанцияларҙы барлап, «Торатау»ға 2020 йылға яҙылыусылар араһында бүләктәрҙе оттороп та ҡуйҙыҡ. Уңыштың был юлы кемдәргә йылмайғанын, 321 квитанция һалынған лототронды әйләндереп, 2-се башҡорт гимназияһының 2 класс уҡыусыһы Ихтирам Ишкинин билдәләне. Бына кемдәрҙе көткән икән бүләктәр! Ҡаланың Йәштәр урамында йәшәүсе Халиҡова Л. (фен), Ҡалыу-Айры ауылынан Булатова Нурсилә (электр сәйнүге), Аҙнай ауылынан Зарипова Зилина (миксер), “Нефтсе” совхозынан Садыҡов Салауат (сәғәт), Биксән ауылынан Баймырҙина Ф. (термос), Көҙән ауылынан Мырҙабаев Сулпан (үлсәү), Йәнырыҫ ауылынан Вәхитов Зөфәр (үтек) өсөн ауылдаштары, туғандары ла һөйөнөр тип уйлайбыҙ. Бүләк хужалары редакцияға килеүҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫ тип ышанабыҙ, үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС, ИНН (А4 форматындағы) кеүек документтарығыҙҙы алып килергә онотмағыҙ. 4-16-92 телефонына алдан шылтыратып, ҡасан килерегеҙҙе белгертһәгеҙ ҙә була.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Фото: Резеда Шәнгәрәева.
Читайте нас: