Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Декабрь 2019, 15:06

Яңы йылға бергәләп аяҡ баҫайыҡ!

Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! “Аҙна бүләге” акцияһын йыл аҙағынаса дауам итергә һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Эш бүләктә түгел, әлбиттә, гәзит-журналдарға яҙылыу ҡиммәтләнгән заманда нисек тә күңелегеҙҙе күрәйек тип тырышыуыбыҙ. Быға тиклем яҙғанса, был юлы буләктәр менән “Маҡар урман хужалығы” дәүләт автономлы учреждениеһы һәм дә ҡалалағы “Еврокомплект” магазины ярҙам итте.

Бүләк отош ғәҙеллегендә бер ниндәй һорау тыумаһын өсөн был эшкә беҙ һәр саҡ балаларҙы йәлеп итергә тырышабыҙ. Шулай итеп, беҙҙең раритет лототрондо әйләндереп, сираттағы аҙна еңеүселәрен ҡалабыҙҙың 2-се башҡорт гимназияһының 3-сө А класс уҡыусыһы Алтынай Ильясова асыҡланы. Сәлих ауылынан Ринат Исламғолов, Этҡолдан Лилиә Хәкимова, Һайрандан Гөлнур Тимерғәлина, Иҫәкәйҙән Шәмсинур Абдуллина һәм дә Ҡанаҡайҙан Ғәлиуллина Г.(ред.исеме тулы яҙылмаған) өлөшөнә “Электрокомплект” магазинынан янғын иҫкәрткес ҡоролмалары сыҡты, ә бына Маҡар урман хужалығының хуш еҫле боланут сәйе менән баҡса еләге ҡайнатмаһы Этҡол ауылынан Фәтхетдин Халиҡовҡа яҙған. Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ! Бүләктәрҙе редакциянан килеп алыуығыҙҙы көтәбеҙ.

Шуның менән бөттө ләме бүләктәрегеҙ, тиһегеҙме? Ашыҡмай тороғоҙ. Йылды йомғаҡлап, тағы бер отош үткәрәсәкбеҙ әле! Бынан тыш фен, үтек кеүек эре бүләктәребеҙ хужаһын да табаһы бар. “Торатау”ға 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыусылар араһында дөйөм бүләк отошто 15 ғинуарға билдәләнек. Уға тиклем яңы йылға “Торатау” менән бергә аяҡ баҫырға теләгәндәр тағы ла артыр тип ышанабыҙ!
Читайте нас: