“Үәт, ҡыуандырҙығыҙ! Ҡайтыу менән тәмләп сәй эсәбеҙ!”
“Торатау” гәзитенең уҙған аҙна бүләген отоусылар һүҙҙәре был. Әлбиттә, һеҙҙең ҡыуаныс – беҙҙең ҡыуаныс, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! Байғужа ауылынан Зифа Юлдашбаева менән Оло Байыҡтан Фәймә Кәримова бынан алдағы аҙнала “Торатау”ға яҙылып, квитанциялары күсермәләрен ебәрә һалған 81 яҡташыбыҙ рәтендә ине.
Шаршамбы көн, үҙҙәре менән һөйләшеп ҡуйылғанса, улар бүләктәрен “Тандырҙан икмәк” кафе-пекарняһынан килеп алды. Әйтергә кәрәк, ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан был кафепекарня заманса зауыҡлы биҙәлеше менән әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора. Тамаҡ ялғап сығыу, хатта осрашыуҙар тәғәйенләү өсөн хатта матур, уңайлы урын. Эшҡыуар Анатолий Артамонов үҙе “Торатау”ҙы уҡымаһа ла, ваҡытында гәзиткә яҙылыусыларҙы бына шундай киң күңеллеге менән һөйөндөрҙө.
Ә бүләктәр күп әле. Тик “Торатау”ға яҙылып өлгөрөү өсөн көндәр генә һанаулы. Шуға күрә, ҡәҙерле дуҫтар, мөмкинлек менән файҙаланып ҡалығыҙ. Иртәгә ниндәй бүләк уйнатаһығыҙ, тиһегеҙме? Сиратта “Маҡар урман хужалығы” предприятиеһынан боланут сәйҙәре менән баҡса еләге ҡайнатмаһы - быларҙың барыһы бер еңеүсегә буласаҡ, бынан тыш “Электрокомплект” магазинынан 5 янғын иҫкәрткес. Тимәк, йома көн беҙгә килгән квитанциялар араһынан 6 еңеүсе билдәләнәсәк! Эш бүләктә түгел – “Торатау”лы булырға тырышҡан яҡташтар күңелен күреүҙә!