Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Декабрь 2019, 01:41

УН КӨНЛӨКТӨҢ ФАЙҘАҺЫН КҮРӘЙЕК!

Ҡәҙерле дуҫтар! Вәғәҙәләнгәнсә, тәүге аҙна бүләген йома көн отторҙоҡ - был юлы уңыш Һайран ауылынан Фәхретдинов Шакирйән ағайға йылмайҙы!

Ҡәҙерле дуҫтар! Вәғәҙәләнгәнсә, тәүге аҙна бүләген йома көн отторҙоҡ - был юлы уңыш Һайран ауылынан Фәхретдинов Шакирйән ағайға йылмайҙы!


Әйткәндәй, “Аҙна бүләге” акцияһын иғлан итеү менән, вотсап аша квитанция фотоларын беҙгә иң беренсе булып тап Һайран почта бүлексәһе начальнигы Айгөл Вәлишина ебәргәйне. Ә дөйөм алғанда бөтәһе 54 квитанция алып һөйөндөк! Шакирйән ағайға бүләкте алып ҡайтып биреү бурысын да Айгөл Сабирйән ҡыҙының үҙенә йөкмәттек. Кисә редакцияға саҡырып, эшҡыуар Айгөл Йосопованың тәмле ярымфабрикаттарын тапшыра һалдыҡ. Билмән, чебуректарҙы үҙе отҡанмы ни – ана нисек һөйөнөп тора!
Ә был юлы «Хлеб из тандыра» магазины бер түгел ике бүләген әҙерләй. Тимәк, “Торатау”ға ошо аҙна яҙылғандарҙың тәмле бәлештәр отоу мөмкинлеге ҙур. Шуға күрә квитанцияғыҙ күсермәһен, фотоһын редакцияның электрон почтаһына - [email protected] йәки 8-989-954-78-38 вотсап номерына ебәрергә ашығығыҙ.
Ташламалы ун көнлөк дауам итә, һеҙҙең кәйефте күтәрәйек тип бүләктәрҙең төрлөһөн хәстәрләйбеҙ, гәзиткә яҙылығыҙ ҙа отошта ҡатнашығыҙ! «Аҙна бүләге» акцияһына килгән квитанцияларҙы йыл аҙағында дөйөм бүләк отошта ла ҡатнаштырасаҡбыҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар! Бигерәк тә әлегәсә “Торатау”ға яҙылмаған яҡташтар!
Киләһе йылға матбуғат баҫмаларына яҙылып ҡуйырға һанаулы көндәр ҡалды. Декада мөмкинлектәрен ҡулланһағыҙ ине, ошо көндәрҙә почта бүлексәләре аша “Торатау”ға яҙылыу 858 һум 42 тин, ташламалы хаҡҡа хоҡуғы булғандар өсөн 780 һум 72 тин тора. Ә был 100 һумға яҡын аҡса кеҫәңдә ҡала тигәнде аңлата.
Ҡала халҡына айырым мөрәжәғәт – гәзиткә һеҙ редакция аша яҙыла алаһығыҙ. 6 айға “Торатау”ға яҙылыу хаҡы 687 һум булһа, бер йылға - 1350 һум (редакциянан үҙҙәре килеп алған осраҡта был хаҡ 548 һум һәм 1072 һум буласаҡ). Ҡалала йәшәүселәр редакцияға килеп алыу хаҡы менән яҙылған хәлдә, гәзитте ҡала буйынса үҙҙәренә уңайлы булған биш нөктәнән барып алыу мөмкинлеген дә булдырҙыҡ. Бына ул адрестар - Үҙәк китапхана (Революция урамы, 6), Үҙәк балалар китапханаһы (Ленин урамы, 51), Башҡорт китапханаһы (Ленин урамы, 2), 9-сы китапхана (Геология урамы, 34), Үҙәк китапхананың 2-се филиалы (Докучаев урамы, 20).
Читайте нас: