Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Декабрь 2019, 23:53

Ун көнлөктөң файҙаһын күрәйек!

Ҡәҙерле дуҫтар! Бигерәк тә әлегәсә “Торатау”ға яҙылмаған яҡташтар, һеҙгә ҡайнар сәләм!

Ҡәҙерле дуҫтар! Бигерәк тә әлегәсә “Торатау”ға яҙылмаған яҡташтар, һеҙгә ҡайнар сәләм!
Киләһе йылға матбуғат баҫмаларына яҙылып ҡуйырға бер айҙан да әҙерәк ваҡыт ҡалды. Ошо осорҙа хаҡтарҙы бер аҙ арзанайтыу маҡсатынан Рәсәй почтаһы 2020 йылдың тәүге яртыһына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итте. Был көндәрҙә почта бүлексәләре аша “Торатау”ға яҙылыу 858 һум 42 тин, ташламалы хаҡҡа хоҡуғы булғандар өсөн 780 һум 72 тин торасаҡ.
Шулай итеп, 2 декабрҙән 12-һенә тиклем “Торатау”ға яҙылғандар икеләтә ота! Ниңә икеләтә, тиерһегеҙ. Сөнки, берҙән, ун көнлөктә район гәзитенә яҙылыу 100 һумға тиерлек осһоҙораҡҡа төшәсәк, ә икенсенән, “Торатау”ға яҙылыусыларға шәп бүләктәрен йәлләмәгән эшҡыуарҙарыбыҙ байтаҡ булып сыҡты - киләһе йоманан беҙ ҙә, республика гәзиттәре кеүек, «Аҙна бүләге» акцияһын башлап ебәрә алабыҙ! Һәм был аҙна бүләге ҡала баҙарында тәмле билмәндәре, манты, чебуректары менән һатып алыусы ихтирамын ҡаҙанған эшҡыуар Айгөл Йосопованан! Йомаға бер кәрзин продукцияһын әҙерләп ҡуясаҡ.
Бүләк отошта ҡатнашыу тәртибенә әҙ генә үҙгәреш кереттек: «Аҙна һайын бүләк» акцияһында «Торатау» гәзитенә нәҡ ошо аҙна яҙылғандар ғына ҡатнаша, тимәк, йомаға тиклем һеҙ быны хәстәрләп ҡуйырға тейешһегеҙ. Квитанция күсермәһен редакцияға юллау өсөн [email protected] электрон
почтаһын йәки 8 989 954 78 38
телефон һандары буйынса вотсап
ҡушымтаһын ҡуллана алаһығыҙ.
Был көндәрҙә почтальондар ҙа
ярҙам итер тип ышанабыҙ, әгәр
оло йәштәгеләр гәзиткә яҙылған
һәм тиҙ генә квитанцияһы күсермәһен ебәреү мөмкинлеге юҡ
икән – редакцияға шылтыратып
белгертегеҙ: 4-11-80, 4-16-92.
Квитанцияларын редакцияға
ебәреп өлгөргәндәрҙең кәйефе
төшмәһен - йыл аҙағындағы бүләк отош үҙ көсөндә!
Читайте нас: