Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Ноябрь 2019, 12:01

Иң күп “Торатау” алдырған – беҙ ул, тиегеҙ!

Шуларҙы күп яҙаһығыҙ, быларҙы ғына маҡтайһығыҙ... Гәзит уҡыусы дуҫтарҙан ҡайһы берҙә ошондай фекер ишетеп, бер аҙ аптырауға ҡалабыҙ. Бәй, үҙҙәре иң әүҙем яҙышҡан, иң күп “Торатау” алдырған ауыл халҡына нисек хөрмәт күрһәтмәйһең дә, урын бүлмәйһең?!

Әлбиттә, һәр берегеҙ гәзиттең иң түрендә була ала, һәр ауылға бер тигеҙ иғтибар булһын, яҡташтарыбыҙ тормошон мөмкин тиклем тулыраҡ яҡтыртайыҡ тип тырышабыҙ. Һеҙ беҙгә өмөтләнгән кеүек, беҙ ҙә һеҙгә ҙур ышаныс менән мөрәжәғәт итәбеҙ, ҡәҙерле яҡташтар! “Торатау” гәзитенә ваҡытында яҙылып ҡуйығыҙ, үҙегеҙҙе шатландырған, борсоған нәмәләр хаҡында мәҡәләләр менән уртаҡлашығыҙ!
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.
Читайте нас: