Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Октябрь 2019, 02:00

ҮҘЕҢ ЯҘЫЛ, АТАЙ-ӘСӘЙЕҢӘ БҮЛӘК ИТ!

Кем нисектер, ә бына гәзит-журналдарға һәр саҡ яҙылып килгән яҡташтар һәм беҙ был хәбәргә ихлас ҡыуандыҡ - Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө 20 октябргә тиклем оҙайтылды.

Кем нисектер, ә бына гәзит-журналдарға һәр саҡ яҙылып килгән яҡташтар һәм беҙ был хәбәргә ихлас ҡыуандыҡ - Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө 20 октябргә тиклем оҙайтылды.
Ошо осорҙа барлыҡ почта бүлексәләрендә лә киләһе йылдың тәүге 6 айына “Торатау” гәзитенә 858 һум 42 тингә яҙылып ҡуйып була. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм I төркөм инвалидтарына ул 780 һум 72 тингә төшәсәк. Ташламалы ун көнлөк тамамланғандан һуң хаҡтар 100 һумға тиерлек арта – почта аша төп хаҡ 953 һум 82 тин кимәлендә билдәләнгән.
Бындай мөмкинлек нәшриәттәрҙең гәзит һәм журналдарға каталог хаҡтарын, ә Рәсәй Почтаһының матбуғат баҫмаларын таратыуға тариф хаҡын төшөрөүе сәбәпле бирелә. “Торатау” гәзитенә беҙҙең муниципаль райондың теләгән бер почта бүлексәһендә, шулай уҡ podpiska.pochta.ru. сайтында яҙылырға була.
Ҡала халҡына редакцияға килеп яҙылырға кәңәш итәбеҙ (Совет урамы, 88, 1-се ҡат, яҙылыу бүлеге телефоны: 4-11-80), сөнки был осраҡта гәзит тағы ла бер ни тиклем осһоҙораҡҡа төшәсәк.
Шулай уҡ “Изгелек ағасы” акцияһы сиктәрендә матбуғат баҫмаларына социаль учреждениеларға ярҙам йөҙөнән яҙылырға мөмкин. Программала ҡатнашыу өсөн podpiska.pochta. ru/derevo-dobra адресы буйынса акция битенә инергә йәки яҡындағы почта бүлексәһенә барырға кәрәк.
Реклама.


Фото: редакция архивынан.
Читайте нас: