Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Октябрь 2019, 02:00

“Торатау”лы ла, бүләкле лә булдылар!

Ҡала мәҙәниәт һарайында матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса байрам үткәреп ебәрҙек.

Ҡала мәҙәниәт һарайында матбуғат баҫмаларына яҙылыусылар байрамы үткәреп ебәрҙек.
Сара барышында “Торатау” гәзитенә яҙылған һәр кемгә матур бүләктәр ҙә тапшырҙыҡ. Ә бер йыллыҡҡа яҙылып ҡуйғандар араһында бүләктең ҙурырағы уйнатылды. Редакцияға күптән хеҙмәт иткән лототронды байрамға өләсәһе менән килгән Илдар исемле малай әйләндерҙе. Бәхетле квитанция хужаһы педагогия ветераны Ләлә Ишҡолова булып сыҡты. Ихлас ҡотлайбыҙ һеҙҙе, Ләлә Нәжиповна!


Осрашыуға килеүселәр ҡул эштәре күргәҙмәһен, концерт ҡарап, күңел ялы алып ҡайтты. Һорауҙары булғандар белгестәргә мөрәжәғәт итте, гриптан прививка эшләтеү мөмкинлеге лә булды.


Ҡала мәҙәниәт һарайы коллективына, сығыштары менән байрамды йәмләгән ансамблдәргә ихлас рәхмәт белдерәбеҙ!
Матбуғат һөйөүселәр йыйылған осрашыуҙа Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре ойошторған оҫталыҡ дәресе үҙе бер рухлы күренеш булды - милли кейем, биҙәүестәр серен бына кемдәрҙән өйрәнергә кәрәк ул! Ойошманы заманында "Торатау" мөхәррире булған Хаят Сәғит ҡыҙы Йосопова етәкләй. Район гәзите коллективына бөгөн дә терәк булып, йәмәғәт эшендә ҡайнап йәшәгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!









Фото: автор.




Фоторепортаж: https://vk.com/album-23747558_267272494
Читайте нас: