Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
8 Октябрь 2019, 02:00

Һеҙ тип байрам ойошторабыҙ!

13 октябргә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө дауам итә.

13 октябргә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө дауам итә.
Почта аша гәзиткә яҙыла килгәндәр белеп тора – был осорҙа хаҡтар арзаныраҡ була.
Әлегә тиклем «Торатау»ға яҙылыуҙың төп хаҡы 953 һум 82 тин тәшкил итһә, ун көнлөк осоронда гәзиткә яҙылыу 858 һум 42 тин буласаҡ. Ташламаға хоҡуҡлы категорияларға ҡараусылар тағы ла осһоҙораҡ хаҡҡа иҫәп тота ала.
Дуҫтар! Тағы ла бер шәп яңылыҡ – гәзит уҡыусыларҙы һәм әлегә уҡымаусыларҙы 10 октябрҙә иртәнге сәғәт 11- ҙә ҡала мәҙәниәт һарайында көтәбеҙ! Унда беҙ - “Торатау” һәм “Восход” редакциялары – гәзит уҡыусылар өсөн бик матур, файҙалы сара әҙерләйбеҙ. Халыҡ менән осрашыу тәртибендә ойошторолған байрамға, ә ул ысындан да Гәзиткә яҙылыусы байрамына торош итәсәк, артистарҙан тыш төрлө өлкә белгестәрен саҡырғанбыҙ. Һалым, Пенсия фонды, Үҙәк район дауаханаһы белгестәре, юристар һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирергә әҙер. Милли биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә була.
Гәзиткә тоғро ҡалыусыларҙы бүләктәр менән дә һөйөндөрмәксебеҙ. “Торатау”ға киләһе йылға тотош яҙылыусыны бүләктең иң “супер”ы көтә! Үтек, сәғәт фәлән тип түгел, “Торатау”ға яҙылам тип килерегеҙгә ышанабыҙ!

Фото: редакция архивынан.
Читайте нас: