Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Октябрь 2019, 02:00

Гәзиткә яҙылыуға “самай” шәп осор!

Дуҫтар! Рәсәй Почтаһы 3 октябрҙән 13-нә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгөн иғлан итте. Гәзиткә һәр ваҡыт яҙыла килгәндәр белеп тора – был осорҙа хаҡтар арзаныраҡ була.

Дуҫтар! Рәсәй Почтаһы 3 октябрҙән 13-нә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгөн иғлан итте. Гәзиткә һәр ваҡыт яҙыла килгәндәр белеп тора – был осорҙа хаҡтар арзаныраҡ була.
Әлегә тиклем «Торатау»ға почта бүлексәләре аша яҙылыуҙың төп хаҡы 953 һум 82 тин тәшкил итһә, ун көнлөк осоронда гәзиткә яҙылыу 880 һум һум буласаҡ. Ташламаға хоҡуғы булған категорияларға ҡараусылар «Торатау»ға яҙылыуҙың хаҡы 867 һум да 42 тин булһа, декада көндәре 798 һумға “Торатау”лы булыу мөмкинлеге бирәсәк.
Шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, шәмбе - 5 октябрь ҡаланың Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында йәрминкә барышында район гәзиттәренә яҙылып буласаҡ. Барығыҙ ҙа майҙанда “Торатау” редакцияһы ойошторған самауыр сәйенә килеп етерһегеҙ тип ышанабыҙ! Был көн гәзиткә яҙылыусы һәр кемде матур бүләктәр ҙә көтә.
Фото: редакия архивынан.
Читайте нас: