Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Август 2019, 02:00

“Бүләк сәйенә күршемде лә саҡырҙым”, - ти редакциянан сәйнүк отоусы Хәлиҙә СӘҒИҘУЛЛИНА.

Гәзиткә яҙылып бүләк отҡандарҙың редакцияға әле юлы өҙөлмәй. Кемдең өлөшөнә нимә төшкән - бүләк артынан килеп, хәләхүәлдәре менән уртаҡлашып китәләр. Ҡалала йәшәүсе Хәлиҙә Мәғзүм ҡыҙын ошо көндәрҙә электр сәйнүге менән ҡыуандырҙыҡ.

- “Торатау”ҙы күптән алдырам. Үҙем ауылда үҫкәнгәме, ауыл тормошо хаҡында мәҡәләләрҙе уҡырға яратам. Улар араһында таныштар ҙа, ауылдаштар ҙа килеп сыға. Быға тиклем бүләк отҡан булмағас, өмөтләнмәнем дә. Бик ҡәнәғәтмен. Таныштарыма ла шатлығымды әйттем, күршеләге әхирәтемде лә сәйгә саҡырып ҡуйҙым. Барыһына ла теләгем шул – “Торатау”ҙы уҡығыҙ һәм минең кеүек бүләк отоғоҙ! - тине ихлас йылмайып Хәлиҙә апай.
Беҙгә Хәлиҙә Сәғиҙуллинаның һүҙҙәренә ҡушылырға ғына ҡала. Берберебеҙҙе һөйөндөрөп йәшәйек, киләсәктә лә шулай бергә булайыҡ!
Фото: автор.
Читайте нас: