Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
30 Июль 2019, 02:00

Дөйә лә бүләк, төймә лә!

Ағымдағы ярты йыллыҡҡа “Торатау” гәзитенә яҙылыусыларыбыҙҙың күңелен күрер өсөн төрлө бүләктәр һайланыҡ. Ҡалаҡ һауыты булһынмы, тимер ҡапҡастармы - көнкүрештә ҡулланыла торған вағыраҡ бүләктәрҙе лә һөйөнөп ҡабул иткәндәрен күреү үҙебеҙгә лә шатлыҡлы.

Әптек ауылынан Рөстәм Абдуллин өлөшөнә төшкән бүләк - биҙрәне алып китте.
- Ҡатыныма өйҙә ҡулланырға бик яҡшы булды әле был, - тип ҡыуанды ул.
Абдуллиндар беҙҙең гәзитте күптән алдыра. Отошта ҡатнашыуға элегерәк ауылдаштарының бүләк отоуы ла этәргес биргән. Бына хәҙер гәзитле лә, бүләкле лә булдылар. Ә гәзиттең улар бер битен дә ҡалдырмай уҡып бара.
- “Торатау” гәзите редакцияһына беҙҙе матур бүләктәре менән һөйөндөргәндәре өсөн рәхмәт, - тине ҡәнәғәт йылмайып гәзит уҡыусыбыҙ.
Фото: автор.
Читайте нас: