Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Июль 2019, 02:00

Ниңә күптән яҙылманым икән?!

Элек һәр ваҡыт “Восход” гәзитен генә алдырып уҡыным. Һуңғы ике йылда кейәүем “Торатау”ға ла яҙҙыртып, бүләк эшләне.

Элек һәр ваҡыт “Восход” гәзитен генә алдырып уҡыным. Һуңғы ике йылда кейәүем “Торатау”ға ла яҙҙыртып, бүләк эшләне.
Шул тиклем оҡшаны туған телебеҙҙә донъя күргән гәзит, ҡулға алыу менән бер ерен дә ҡалдырмай уҡып сығам. Гәзиттә барыһы ла оҡшай, ваҡытында килә. Нишләп әллә ҡасан уҡ яҙылманым икән, тип үкенеп тә ҡуям. Күңелгә ятышлы бүләге өсөн кейәүемә ҙур рәхмәтлемен, шулай уҡ редакция хеҙмәткәрҙәренә лә йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы гәзит сығарыуҙа уңыштар теләйем! Бынан ары “Торатау”ға яҙылмай ҡалмаясаҡмын.
Рәйсә КИНЙӘБУЛАТОВА.

Ишембай ҡалаһы.
Читайте нас: