Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
23 Июль 2019, 02:00

ҠЫУАНЫП ҠАБУЛ ИТЕГЕҘ!

Ҡәҙерле дуҫтар, “Торатау”ға ваҡытында яҙылып ҡуйған тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һеҙгә бүләктәр тапшырыу мәле лә етте.

Ҡәҙерле дуҫтар, “Торатау”ға ваҡытында яҙылып ҡуйған тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һеҙгә бүләктәр тапшырыу мәле лә етте.
Йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар һаны тәүге ярты йыллыҡ кимәлендә ҡалһа ла, отошта ҡатнашыу өсөн ебәрелгән квитанциялар был юлы ике тапҡырға аҙыраҡ булды – бөтәһе 168 квитанция алдыҡ. Ә бүләктәргә килгәндә, тормош-көнкүрештә береһе лә артыҡ түгел уларҙың. Үҙебеҙгә ҡалһа, һәр береһе кәрәк, һәр ҡайһыһы матурҙан.
Шулай итеп, Әптек ауылынан Р.Абдуллин ҡапҡаслы биҙрәнең, Кинйәбулат ауылынан Әлимғужина Шәмсинур бер пар калуш хужаһы булды. Көҙәндән Хәйретдинов Хизбулла түтәлдәрен беҙҙән алған һыу һипкес менән һуғарып ҡыуаныр әле. Әлеге мәлдә хужабикәләргә иң кәрәкле нәмә - консервалау өсөн тимер ҡапҡастар тупланмаһы ҡаланан Л.Мифтахова менән Ҡанаҡай ауылынан Латипованы бәхетле итер тип уйлайбыҙ. Уразбай ауылынан Сөләймәнов Ринат үрмәле сүмесле, ҡалала йәшәүсе А.Б.Шәйәхмәтова емеш-еләк өсөн һауытлы буласаҡ. Сәйнүктәребеҙҙең газга ултыртып ҡайната торғанын Үрге Әрметкә Фәтҡуллин Фәниргә, электр менән эшләгәнен ҡалала йәшәүсе Х.Сәғиҙуллинаға юллайбыҙ. Микротулҡынлы мейестә ҡулланыу өсөн ҡапҡас та Кинйәбулатҡа китәсәк. Уның хужаһы – Гөлгөнә Ҡотлиәхмәтова. Ҡалала йәшәүсе Ф.Маннанова һуған менән һарымһаҡ һауыттары, Уразбайҙа йәшәүсе Фәхретдинова Минзилә менән Кинйәкәйҙән Алтынбаев Абдулхай бик шәп йәшелсәемеш ҡырғыс отто. Ҡалаҡ һауыттарының хужалары ла билдәле. Бына улар: ҡаланан С. Фәйзуллина, Скворчиханан А.Бардовская, Сәлихтан - Ф.Байбулатова. Салат һауыттары ла киләһе өс хужабикәгә ярап ҡалыр, моғайын. Улар – ҡаланан Г.Мөхәмәтшина, Этҡол ауылынан М.Әйүпова, Үрге Әрметтән Флүзә Латипова. Иҫәкәй ауылынан Ғиззәтова Альфираға аҙыҡ-түлек өсөн йәтеш кенә ҡапҡаслы һауыт, “Торатау”ҙан бүләк тип, шатлыҡ өҫтәп торһон. Был юлы отош һөҙөмтәһе буйынса Ҡалыу-Айры ауылында Хәйҙәров Ғилметдинды үтекле итһәк, ҡалала йәшәүсе Ғибаҙуллиндар ғаиләһе миксерлы, З.Зәйнуллина ханым фенлы булды. Исемшәрифтәрегеҙҙе квитанцияла күрһәтелгәнсә яҙырға мәжбүрбеҙ, ҡайһы берҙәрендә мәғлүмәт тулыраҡ түгел.
Бүләк хужалары менән бәйләнешкә инергә һәр саҡтағыса почта хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә, рәхмәт уларға. Бүләктәрҙе редакциянан (Совет урамы, 2-се ҡат, 6-сы бүлмә) килеп алыуығыҙҙы һорайбыҙ. Үҙегеҙ менән тейешле документтарығыҙҙы (паспорт, СНИЛС, ИНН) алырға онотмағыҙ.
Фото: редакция архивынан.
Читайте нас: