Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Июль 2019, 02:00

Һәр йортта көтәләр уларҙы

Гәзитте үҙ мәлендә халыҡҡа еткереү, яҙылыусылар һанын арттырыуҙа почта хеҙмәткәрҙәренең өлөшө ҙур. Шуға беҙ уларҙың хеҙмәтенә һәр ваҡыт ихтирам менән ҡарайбыҙ.

14 июль – Рәсәй почтаһы көнө



Гәзитте үҙ мәлендә халыҡҡа еткереү, яҙылыусылар һанын арттырыуҙа почта хеҙмәткәрҙәренең өлөшө ҙур. Шуға беҙ уларҙың хеҙмәтенә һәр ваҡыт ихтирам менән ҡарайбыҙ.


Икенсе ярты йыллыҡҡа “Торатау”ға яҙылыу буйынса был юлы ла Этҡол почта бүлексәһе алдынғылыҡты бирмәне. Һөнәри байрамдары алдынан ошо тырыш коллективты барып күрҙек.


Почта бүлексәһе начальнигы Гөлфирә Хәйруллина, почтальондар – Этҡолда гәзит таратыусы Дамира Хәйруллина, Уразбайға ваҡытлы матбуғат баҫмаларын еткереүсе Лилиә Дәүләтҡолова, Аҙнай һәм Хажы ауылдары халҡына һуңғы район яңылыҡтарын килтереп өлгөртөүсе Рита Латипованы эш мәлендә тап иттек. Почтальондар сумкаларына гәзит-журналдарын тултырып, таратырға сығырға әҙерләнә ине. Дамира Хәйруллина яңы ғына эш башлап тора икән, ә гәзиткә яҙылыу осоронда Уразбайҙан килеп, Гөлнара Әйүпова эшләгән булған.


- Бәләкәй саҡта гел почтальон булырға хыяллана инем. Ләкин тормошта икенсе һөнәр буйынса эшләнем. Хәҙер бына хаҡлы ялға сыҡҡас, бала саҡтағы хыялым тормошҡа ашты, - тип йылмая Дамира Шәрифйән ҡыҙы.


Был тарафта гәзиткә яҙылыу буйынса һөҙөмтәләр ҙә ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. Ни тиһәң дә, элек-электән был яҡтарҙа уҡыусыларыбыҙ күп булды.


- Һуңғы йылдарға күҙ һалғанда, “Торатау”ҙы алдырыусылар кимәле бер сама килә. Бер яҙылғандар яҙыла. Гәзитте көтөп алалар. Килмәйерәк торһа, шылтыратып һорай башлайҙар, - тине почта бүлексәһе начальнигы.


- Минең гәзит килтергәнде урамда уҡ көтөп тороусылар бар, тип Рита Латипова ла әңгәмәгә ҡушылды.


Һуңғы осор гәзиттең йөкмәткеһе матурланды, ти икән халыҡ - был һүҙҙәр ҙә ҡанатландыра. Халыҡтың ҡәнәғәт булыуын ишетеү - эшебеҙгә ҙур баһа. Әйткәндәй, “Торатау”ҙың дуҫтары араһында 90 йәштән уҙғандар ҙа, йәштәр ҙә бар.


Почта хеҙмәткәрҙәре теләк-кәңәштәрен дә еткерҙе: һәр йортҡа почта йәшниктәре ҡуйылһын ине, шул ваҡытта гәзиттәр һаҡлы булыр. Был күп ауылдар өсөн хас проблемалыр. Сөнки ҡоймаға ҡыҫтырылып киткән гәзит-журналдарҙың осоп юғалыуы ла, ергә төшөп бысраныуы ла бар. Шуға почтальондарҙың әйткән был теләктәре файҙаға ғына.


Эштәрен генә түгел, кешеләрҙе лә яратҡан асыҡ күңелле был һөнәр эйәләренә артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ. Тап һеҙгә таянып, киләсәктә «Торатау»ҙы алдырыусылар һаны тағы ла артырына ышанысыбыҙ ҙур.



Фото: автор.
Читайте нас: