Башҡортостанда 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа алдан яҙылыу кампанияһы башланды.
Киләһе йылда ла яратҡан гәзит-журналдарын алып уҡырға теләүселәрҙе республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә көтәләр. Шулай уҡ podpiska. pochta.ru сайты ла ваҡытлы матбуғатҡа алдан яҙылыу өсөн ҡулай мөмкинлек булып тора.
2020 йылдың беренсе ярты йыллығына Рәсәй Почтаһының яңыртылған төҫлө каталогы буйынса 1000 ашыу баҫмаға әлеге ярты йыллыҡтың хаҡтары буйынса яҙылырға була. Алдан яҙылыу компанияһы август айының егермеләренә тиклем дауам итәсәк.
Шуны ла билдәләп үтке килә: Рәсәй Почтаһы һәм почта бүлексәләрендә «Изгелек ағасы» тип аталған хәйриә акцияһы дауам итә. Был акция сиктәрендә теләге булған һәр кем үҙе һайлап алған социаль учреждениеға – билдәле бер балалар йортона, йорт-интернатҡа, ветерандар һәм ҡарттар йортона оҡшаған баҫмаһын яҙҙырта ала.
Ҡәҙерле дуҫтар! Рәсәй Почтаһы киләһе йылды хәстәрләй башлағанда бөгөнгөнө ҡулдан ысҡындырмайыҡ! Ағымдағы ярты йылға Торатау» гәзитенә яҙылыу 10 июлгә тиклем оҙайтылыуын әйтә, яҙа килдек. Һеҙҙең ҡарамаҡта тағы бер көн! Ә һуңынан инде ҡала, ауыл биләмәләре буйынса йомғаҡ яһарбыҙ – “Торатау”ҙы иң күбе ҡайҙа, кемдәр алдыра икән?
Фото: редакция архивынан.