Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Июль 2019, 02:00

"Торатау"ға яҙылғандар ота!

Дуҫтар! Тәмлееее генә баҡса еләге ҡайнатмаһы ауыҙ иткегеҙ киләме? Ә тотош банка хужаһы булғығыҙ? Ишеү шул уҡ Маҡар урман хужалығыетештергән бер ҡап боланут сәйе - Көньяҡ Уралдан Ивансәйе тотторһаҡ?

Дуҫтар! Тәмлееее генә баҡса еләге ҡайнатмаһы ауыҙ иткегеҙ киләме? Ә тотош банка хужаһы булғығыҙ? Ишеү шул уҡ Маҡар урман хужалығыетештергән бер ҡап боланут сәйе - Көньяҡ Уралдан Ивансәйе тотторһаҡ?


Улайһа, заманса әйткәндә, челленджда ҡатнаш - үҙ үҙеңә саҡырыу ташла! "Ғаиләмә, атай - әсәйемә "Торатау" гәзите киләсәк! Мин быны булдырам, ойоштора алам!" - тигән саҡырыу.


Аңланығыҙмы тел төбөбөҙҙе? Гәзит-журналдарға артабанғы ярты йылға яҙылыу өсөн 10 июлгә тиклем һуңғы мөмкинлек бирелде, дуҫтар, зинһар, ҡулланып ҡалығыҙ! Ғаиләгеҙҙе "Торатау"лы итегеҙ! Ә беҙ ошо һанаулы көндәрҙә гәзиткә яҙылыусыларға фотонан уҡ ымһындырып торған әлеге тәмле бүләктәрҙе әҙерләп ҡуйҙыҡ. Тик тағы бер шарт бар бит әле - төркөмгә (https://vk.com/gazeta_toratay) гәзиткә ярты йылға яҙылыу квитанцияғыҙ фотоһы менән бергә, ни өсөн ҡапыл)) "Торатау"ға яҙылыуығыҙ тураһында ҡыҫҡа ғына ҡыҙыҡлы аңлатма яҙып һалыуығыҙҙы һорайбыҙ. Иң күп лайк йыйыусы "квитанцияны" редакцияла сәй менән хуш еҫле ҡайнатма көтә!


Киттекме? Алға! Почтаға!





Фото: Маҡар урман хужалығы архивынан.
Читайте нас: