Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Июль 2019, 02:00

Гәзиткә яҙылғандар икеләтә ота!

Электр сәйнүге һәм фен, миксер һәм башҡа тормош-көнкүрештә бик кәрәкле әйберҙәрҙе “Торатау” гәзитенә алты айға йәки бер йылға яҙылыусылар араһында 16 июлдә уйнатасаҡбыҙ.

Электр сәйнүге һәм фен, миксер һәм башҡа тормош-көнкүрештә бик кәрәкле әйберҙәрҙе “Торатау” гәзитенә алты айға йәки бер йылға яҙылыусылар араһында 16 июлдә уйнатасаҡбыҙ.


1 июлдә отошта ҡатнашырға ебәрелгән квитанциялар араһынан ике уҡыусыбыҙ дәртләндереү призына эйә булды. Улар Яңы Георгиевка ауылында йәшәүсе Г.Г. ХИСМӘТУЛЛИН (мунса кәрәк-ярағы) менән Әрметрәхимдән Ғәлимә КӘЛИМУЛЛИНА (салат һауыттары). Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм һеҙҙе редакцияла көтөп ҡалабыҙ (Совет урамы, 88, икенсе ҡат, 6-сы бүлмә). Үҙегеҙ менән паспорт, социаль номер һәм СНИЛС кеүек документтарығыҙ булһын.


Әйткәндәй “Торатау”ға 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу 10 июлгә тиклем оҙайтылды. Төрлө сәбәптәр арҡаһында яҙылырға онотҡандар өсөн һуңғы мөмкинлек был. Ошо ваҡыт эсендә гәзиткә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға килтерә һалығыҙ йәки электрон почта аша ебәрегеҙ ([email protected]) һәм бүләк отоуҙа ҡатнашығыҙ. Эш бүләктә түгел, шулаймы, яҡташтар? “Торатау” гәзитенә күп йылдар тоғролоҡ һаҡлаған дуҫтарыбыҙ ҙа шулай ти: “Кәрәк-ярағын былай ҙа алырбыҙ, “Торатау” ғына өйгә килә күрһен!” Рухлы, әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙға рәхмәт әйтеп, башҡаларҙы ла улар сафына саҡырабыҙ!




Фото: редакция архивынан.
Читайте нас: