Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
28 Июнь 2019, 02:00

Бәләкәй шатлыҡтарҙан тора бәхет

Кисә, эш көнөбөҙҙө йәмләп, редакциябыҙға Әрметрәхим ауылынан Минирәйес ағай килеп инде. “Йыл да “Торатау”ға яҙылам, бәлки, был юлы уңыш йылмайыр”, - тип квитанцияһын ҡулыма тотторҙо.

Кисә, эш көнөбөҙҙө йәмләп, редакциябыҙға Әрметрәхим ауылынан Минирәйес ағай килеп инде. “Йыл да “Торатау”ға яҙылам, бәлки, был юлы уңыш йылмайыр”, - тип квитанцияһын ҡулыма тотторҙо. Әрметрәхим ҡалаға йәнәш ятмай, апаруҡ ҡына араны үтеп, гәзитебеҙҙе хөрмәтләп килгән аҡһаҡалды кинәт кенә сығарып ебәрге килмәне. Ауылындағы хәл-әхүәлде һорашып, фекер алышып ултырған арала хәбәрсебеҙ Резеда Шәнгәрәева йәһәт кенә фотоға ла төшөрөп алды үҙен. Ана ҡарағыҙ әле, ҡайһылай йәмләп ултыра гәзитебеҙ битен!



Ғүмере буйы балалар уҡытҡан Минирәйес Ғөбәй улы. 48 йыллыҡ педагогик стажы бар, шуның 20 йылында директор вазифаһын башҡарған. Ғөмүмән, Шиһабетдиновтар ғаиләһе тотош уҡытыусыларҙан тора: ҡатыны ла, өс ҡыҙы ла яҙмыштарын тап ошо изге һөнәр менән бәйләгән. Хәләле Рәйсә Ғариф ҡыҙы менән икеһе лә РФ халыҡ мәғарифы отличнигы тигән маҡтаулы исем йөрөтәләр.
Химик-биолог булараҡ, уҡыусыларының, тап ошо фәндән уңышлы имтихан тапшырып, юғары уҡыу йорттарына инеүен ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне Минирәйес ағай. Араларында теш табиптары ғына ла өсәү: Петровскиҙа Нәжип Муллабаев, Ишембайҙа Наил Әбйәлилов, Марат Зәйнуллин. Районда билдәле эшҡыуар Наил Шәрәфетдинов та унан һабаҡ алған. Бик күп уҡытыусылар, ауыл хужалығы белгестәре һәм башҡа һөнәр эйәләре тәрбиәләп сығарған заманында ул етәкләгән Әрметрәхим мәктәбе.
- Хәҙер мәктәпте, унда ең һыҙғанып эшләгән йылдарҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды, - тип көрһөнөп ҡуйҙы ҡарт мөғәллим. – Үткән быуаттың 60-сы йылдарында мин завуч булып эшләй башлаған саҡта 400-ләп бала уҡый ине! Икешәр-өсәр параллель кластар була торғайны, урын етмәгәнлектән, башланғыс кластар икенсе сменала белем алды. Хәҙер бит ауылдарҙа ла демографик хәл шәптән түгел, элек һәр ғаиләлә кәмендә 5-6 бала булһа, бөгөн 2-3-тән уҙһа, бик шәп. Шуға тора-бара мәктәбебеҙ башланғыс белем биреү усағына әйләнеп, 2013 йылда унда 20-ләп кенә бала ҡалды. Артабан уныһы ла ябылып ҡуйҙы, бөгөн уҡыусылар Түбәнге Әрметкә йөрөп уҡый. – Быларҙы һөйләгәндә көрһөнөп ҡуйҙы Минирәйес ағай. Ярты быуатҡа яҡын ошо мәктәп һуҡмағынан атлаған мәғәллимдең уй-кисерештәрен аңларға була. Бөгөнгө көндә был белем йортоноң ташландыҡ хәлдә булыуы борсой ветеранды. Шулай ҙа ауылдаштарының заман ауырлыҡтарына бирешмәүенә һөйөнә ул.
- Нисек кенә булмаһын, халыҡ донъя көтөргә дәртле беҙҙә. Һуңғы ваҡытта тормош айырыуса йәмләнде, сүп-сарҙы аҙна һайын алып китеп торалар, клуб гөрләп эшләй, төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторола. Пенсияһын да ваҡытында алабыҙ, өҫтәлебеҙ һыйлы, түшәгебеҙ йылы, - тип көлдөрҙө хушлашыр алдынан ағайыбыҙ.
Шулай була күрһен, донъялар имен булһын, гәзиттәр килеп торһон. Сөнки бәхет ошо бәләкәй генә шатлыҡтарҙан тора бит.

Фото: Резеда Шәнгәрәева.
Читайте нас в