Гәзит-журналдарға яҙылыуҙың әле иң ҡыҙған мәле. Гәзит алдырғандар һис ҡасан отолмай. Берҙән, рәхәтләнеп ярты йыл буйы матбуғат уҡыйҙар, икенсенән, шәп кенә бүләктәргә эйә булыу мөмкинлеге лә бар. Уҡыусыларыбыҙҙың күңелен күреү маҡсатында был юлы почтампт менән берлектә ауылдарға сығып, “Матбуғатҡа яҙылыусы көнө”н дә ойоштороп ебәрҙек әле. Шишәмбе һәм шаршамбы был сара Маҡарҙа һәм Һайранда үтте.
МАҠАРҘАР ТАҒЫ ЛА ЯҠШЫРАҠ БУЛДЫРА
Ауыл клубына килеп инеүгә байтаҡ ҡына гәзит уҡыусыларыбыҙ көтөп тороуы күңелдәребеҙҙе күтәреп ебәрҙе. Кемдәрҙер тап ошо көндө килеп “Торатау”ға яҙылған, кемдәрҙер әллә ҡасан уҡ был эште башҡарып ҡуйған. Маҡар почта бүлексәһе мөдире Гөлдәр Янбаева әйтеүенсә, икенсе ярты йыллыҡҡа “Торатау”ға яҙылыусылар һаны 75-кә етһә, уларҙың етәүһе “Матбуғатҡа яҙылыусы көнө”ндә килгән. Әлбиттә, һандар Маҡар ауылы буйынса ғына түгел, ибрайҙар, иҫәкәйҙәр, һарғайҙар ҙа бында инә. Шулай булғас, гәзитебеҙҙе алдырыусылар бының менән генә сикләнмәҫ тигән өмөттәбеҙ.
Бер күрешкәндә маҡар ҙар менән тормош-көнкүрештәре, гәзитебеҙгә тәҡдим-кәңәштәре тураһында ла һөйләшеп алдыҡ. Ауыл аҡһаҡалдары Азат Ишҡолов, Мансур Шәмсетдинов - ташҡа баҫҡан һүҙҙең ҡәҙерен белгән быуындан.
- Электән үк гәзит-журналдарҙы күпләп алдырҙым. Әле “Йәшлек”, “Торатау” килә, алдағы ярты йыллыҡҡа ла район гәзитенә яҙылып ҡуйҙым, - ти Мансур ағай.
Маҡарҙа тыуып-үҫеп, ошонда ғүмер кисергән ағай заманында яуаплы вазифаларҙы ла башҡарған. Маҡар ауыл Советында секретарь, урман хужалығында инспектор, мәктәптә хужалыҡ буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән. Ҡатыны яҡты донъянан китеп барһа ла, тормош усағын һүрелтмәй. “Тик торорға яратмайым. Баҡса үҫтерәм, алты түтәл баҡса еләгем бар. Әҙерәк йәшелсәләр ҙә сәстем. Ерҙә эшләү күңелгә ял бирә”, - ти Мансур Исмәғил улы.
Ун йыл Маҡар ауыл Советын етәкләгән Азат Агзам улы үҙ фекерҙәрен еткерҙе. Умартасы булараҡ, уны ауыл уртаһында урынлашҡан Мегафон бағанаһының бал ҡорттарына, ҡоштарға, ғөмүмән, тереклеккә кире йоғонтоһо булыуы ныҡ борсой. “40 умартамдан унлап ҡына тороп ҡалды. Күршемдә лә шул уҡ хәл. Мегафон бағанаһының ауыл уртаһында урынлашыуы һис ярамаған эш, был хаҡта элекке район етәкселегенә лә әйтә килдек, хәҙер ҙә әйтәбеҙ. Быйыл хатта беҙҙең ауылға йүнләп ҡоштар ҙа килмәне, - тип үк ебәрҙе ғүмеренең байтаҡ өлөшөн урман эшенә арнаған уҙаман. Ә ғөмүмән алғанда, ҡарттар тормошҡа зарланмай, пенсия килеп тора, өҫтәл тулы ризыҡ, һаулыҡ ҡына булһын, ти улар. Һикһән йәше тулып килгән Хәлисә инәй Ғилманова ла беҙҙең гәзитте бик күптән уҡый. Шулай уҡ “Киске Өфө” лә - уның яратҡан гәзите.
- “Торатау”ға яҙылһаң, бөтә район хәбәрҙәрен белеп тораһың. Гәзитте өйҙә иң беренсе үҙем ҡулға алам һәм уҡып бөтмәй ҡуймайым. Икенсе ярты йыллыҡҡа ла күптән яҙылдыҡ, - тине ул. Әйткәндәй, Хәлисә инәй ҡыуаныслы хәбәре менән дә бүлеште. Бабайы менән бергә ғүмер итеүҙәренә 60 йыл булып килә икән.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, бәләкәй генә бүләктәр аша уҡыусыларыбыҙҙың кәйефен күтәрергә тырыштыҡ. Бер өйөм квитанциялар араһынан осраҡлы рәүештә тартып сығарылғандарының эйәләре Айгөл Хәбибуллина, Мәүлиҙә Аҙнабаева, Гүзәлиә Абдуллина, Илгизә Хисмәтуллина, Гөлнара Хисмәтуллина, Илнур Әхмәров, Менәүәрә Солтанова бүләкле булып ҡайтып китте.
Бүләктәребеҙҙе ихлас ҡабул иткән, гәзитебеҙҙән айырылмаған уҡыусыларыбыҙ менән осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡайттыҡ.
Быны беҙ почта бүлексәһенә килеп төшөү менән тойҙоҡ. Әллә күпме гәзит уҡыусыларыбыҙ бинаның тышҡы яғына сығып уҡ көтә ине. ”Матбуғатҡа яҙылыусы көнө”ндә генә 11 кеше килеп алдағы ярты йыллыҡҡа “Торатау”ға яҙылған, әлегә дөйөм һан - 83. Был йәһәттән бигерәк тә һайрандар, биксәндәр әүҙемлек күрһәтә.
- Июнь башында яҙылырға ниәтләп ҡуйғандар ҙа аҙ түгел, - ти Һайран почта бүлексәһе мөдире Айгөл Вәлишина. Ул почта хеҙмәтендә 2006 йылдан алып эшләй. Был осорҙа почтальон хеҙмәтен дә үтәргә тура килгән үҙенә. Осрашыу мәлендә ауыл халҡының почта хеҙмәткәрҙәре эшенән бик ҡәнәғәт булыуҙарын белдек.
- Почтаға килеп инһәң, Айгөл йылмайып ҡаршы ала. Почтальоныбыҙ Гөлфиә Ғәлимова гәзит тарата башлау менән урамға йәм инеп китә. Ямғыр тимәй, ҡар тимәй ваҡытында гәзитте килтерәләр. Халыҡ менән эшләй беләләр, - тигән ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ишеттек.
Бүләктәрҙе оттороу осрашыуҙың иң күңелле мәле булды. Кире яғы менән һалынған квитанциялар араһынан иң бәхетле хужаларҙыҡын тартып алыу бурысы Нәркәс исемле һылыу ҡыҙға йөкмәтелде. Бүләк отторғанда кемдең генә исем-фамилияһы яңғыраһа ла, барыһы ла бер-береһе өсөн ҡыуанды. Берәүгә йәшелсә ҡырғыс, икенсегә мунса өсөн кәрәкяраҡ, өсөнсөгә бәрәңге иҙгес һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр эләкте. Флүрә Богданова, Сәүиә Яҡупова, Миләүшә Ҡаҙаҡҡолова, Земфира Йәнтүрина, Зөлфиә Ғәзизова, Сәриә Ҡорбанғәлиева һәм башҡалар бәләкәй генә бүләкте лә ихлас ҡабул итте.
Беҙҙең өсөн гәзит уҡыусыбыҙҙың фекере мөһим. Шуға уларҙың уйтеләктәрен дә тыңланыҡ.
- Уҡытыусы булып эшләгәс, гәзит алдырыу ҡанға һеңгән. Бик матур, эстәлеге лә бай “Торатау”ҙың. Һуңғы осор төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашабыҙ, - тине Сәриә Ҡорбанғәлиева. Уға Флүрә Богданова ла үҙенең һүҙҙәрен өҫтәне:
- Мөҙәрис Багаевтың яҙғандарын яратып уҡыйым, хужабикәгә кәңәштәр ҙә оҡшай, мәктәп тормошо тураһында ла бер мәҡәләне лә ҡалдырмайым, шиғырҙар ҙа яратам. Ғөмүмән, өйҙә гәзитте энәһенәнебенә тиклем ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйбыҙ, - тине ул.
77 йәшлек Нәҡирә Рәхмәтуллина ла гәзитебеҙгә яҙылмай ҡалмай икән. “Гәзитте сығып ҡарай-ҡарай көтөп алам. “Торатау”ҙа барыһы ла оҡшай миңә. Иҫән-һау эшләһендәр”, - тигән һүҙҙәре күңелде йылытып ебәрҙе.
Бер осрашҡанда башҡа хәбәрҙәрен дә һөйләп алды һайрандар. Гәзит алдырыуҙа ғына түгел, ауыл сараларында ла әүҙем булыуҙарын белдек. Был аҙнала “Таҙа яр” акцияһы уҙғарырға, Шиҙе йылғаһының яр буйҙарын таҙартырға йыйыналар икән.
- Өмә аҙағында балтырған ашы бешерәбеҙ, самауыр сәйе ҡайнатабыҙ, килегеҙ, - тип саҡырып ҡалдылар.
Бындай саралар халыҡты берҙәмләштерә, туплай, бербереһенә яҡынайта. Ауылдың көсө шунда ла сағыла.