Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
31 Май 2019, 02:00

ДАЛАНЛЫ ХАЛЫҠ ЙӘШӘЙ ҠАРАЙҒАНДА

Ҡарайған ауылы районыбыҙҙа боронғоларҙан һанала. 18-се быуат аҙаҡтарында барлыҡҡа килгән һәм йөҙ башы Ҡарайған Яугилдин исеме менән бәйле ауылдары тарихын бөгөнгө ҡарайғандар ҡәҙерләп һаҡлай.

Ҡарайған ауылы районыбыҙҙа боронғоларҙан һанала. 18-се быуат аҙаҡтарында барлыҡҡа килгән һәм йөҙ башы Ҡарайған Яугилдин исеме менән бәйле ауылдары тарихын бөгөнгө ҡарайғандар ҡәҙерләп һаҡлай. Үҙҙәрен уҡымышлы, затлы нәҫелдәр вариҫтары тип тә хаҡлы ғорурланалар. Күҙ алдындағы онотолоп китә тигәндәй, әллә ауыл ҡалаға терәлеп торғанғамы, һуңғы ваҡыт Ҡарайғанға юлыбыҙ төшмәй торҙо. Башҡа ауылдарға сәфәребеҙ сәмләндергән, күрәһең, ихлас көтөп аласаҡтарын, махсус концерт номерҙары әҙерләүҙәрен, шылтыратып, белгертә һалдылар. Ә “Торатау” ҡыҙҙарының көттөрә, инәлтә торған ғәҙәте юҡ.



Бәләкәй ауылға - оло бүләк

Яҡшы хужа тупһаһынан билдәле, тип өйрәтә халыҡ мәҡәле. 2005 йылда төҙөлгән комплекслы социальмәҙәни үҙәктәренең ҡәҙерен белеп файҙаланғандары әллә ҡайҙан һиҙелеп тора. Тирә-яғы - гөл-сәскә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир ауылдаштарына арналған стела ла ошо ерҙә урынлашҡан. Ул ваҡытта Республика Президенты Мортаза Рәхимовтың бәләкәй генә ауылға оло бүләге тип ҡабул ителде был төҙөлөш. Бар тормош ошонда ҡайнай, фельдшер-акушер пункты, башланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто, музей – барыһы ла бер ерҙә. “Торатау” хәбәрселәре йыйылған уңайҙан, ике ҡуян ҡойроғон бергә тоторға тип, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ойоштороу өсөн Урман-Бишҡаҙаҡтан почта бүлексәһе начальнигы Динә Динишева менән почтальон Светлана Мәзитова ла килеп еткәйне:
- Әле генә “Торатау”ға 5 кеше яҙылды, ауылда район гәзитен, ғәҙәттә, 20-25 кеше алдыра, - тип уртаҡлашты байтаҡ йылдар биләмәлә почта эшен етәкләүсе Динә Минегәрәй ҡыҙы. Әлбиттә, 200- ҙән ашыу халҡы булған ауыл алдағы ярты йыллыҡҡа яҙылыуҙа әүҙемерәк булыр, хәбәрселәр менән яҡын танышлыҡ та үҙенекен итер, тип өмөтләнәбеҙ.
Осрашыу йәнле, ихлас барҙы. “Торатау” гәзите мөхәррире Гөлнур Дәүләтйәрова, йырбейеүгә һәләттәрҙе күрһәтеү менән генә сикләнмәйек, гәзит үҫеше, уны халыҡсаныраҡ итеү өсөн теләктәрегеҙ, хакимиәт тирәһенә йомоштарығыҙ, һорауҙарығыҙ булһа, беҙҙең аша еткереп ҡалығыҙ тигәс, күңелдәрендәген асып һалды ҡарайғандар. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса ауылда яҡтыртҡыстар ҡуйыласағына бик шаттар, ғөмүмән, бында күмәк эшкә әүәҫ, дәртле халыҡ йәшәй. Ауылдың старостаһы Фәүзиә Ишмөхәмәтова ла дөрөҫләне был һүҙҙәрҙе. Өмәләр, башҡа матур башланғыстар булһынмы, бер-береңде тыңлау, уртаҡ маҡсатты аңлау бар. Ауылдан сыҡҡан абруйлы шәхестәр ҙә ярҙам ҡулы һуҙып тора. Мәҫәлән, яугирҙарға стела төҙөгәндә Фуат ағай Вәлиевтың ярҙамын онотмайҙар. Мәсеттәрен дә күмәк көс менән тәрбиәләп тоталар. Унда Мөхәммәт Дәүләтов менән Инйәр Хисмәтуллин халыҡты иманға яҡынайта.

Сәхнәлә йырлағы килә

Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Гөлнәзирә» фольклор ансамбленә ауылдың әүҙем, булдыҡлы ҡатынҡыҙҙары йөрөй. Уларҙың һәр береһе хаҡында айырым һөйләрлек.
- Берҙәмлек булған ерҙә эшләүе күңелле. Ансамблгә егермеләп кеше даими йөрөй, үҙебеҙ милли күлдәктәр тегеп кейҙек, көндән-көн оҫтарып, селтәр, һаҡалдар эшләйбеҙ. Гармунсылар Винер Әминев, Әмир Йосоповҡа рәхмәтлебеҙ, төп эштәренән тыш мәҙәни сараларыбыҙҙы йәмләйҙәр, - тип уртаҡлашты 20 йылдан ашыу мәҙәниәт йортон етәкләүсе Гөлбикә Сәфәрғолова. – Сәхнәле булғы килә, ҡунаҡтар ҡайһы берҙә аптырап ҡуя, сығаһығыҙ ҙа иҙән уртаһында бейейһегеҙ, тип. Проекты бар, мөрәжәғәтебеҙҙең һөҙөмтәһен күрербеҙ тип ышанабыҙ.
Ишембай-Стәрле араһы, Унда нисек бараһы?..

Ҡарайғандар Ишембай-Стәрлетамаҡ автобусының ауылдары аша үтеүенә лә өмөтләнә. Һис юғы көнөнә өс тапҡыр үтеп китһә лә, яҡшы булыр ине. Иртән, төш, кис. Йәштәр йөрөп уҡый, күптәр эшләй. Осраҡлы машиналарға сығыу хәүефле, беҙҙең ауыл аша үтеүсе Өфө автобусы иһә ғәҙәттә тулы була. Был мәсьәләне лә, күмәк ғариза яҙып, хәл итеү юлы бар.
- Әҙерәк уҫалыраҡ булығыҙ. Проблемалы хәлдәрҙе күберәк яҡтыртығыҙ. Гәзит – ул тәрбиә сығанағы, - тигән өгөтнәсихәтте беҙгә туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуыусы Әғзәм ағай Сәфәрғолов бирҙе. Ололар һүҙен тоторбоҙ, әлбиттә. Алты бала үҫтергән Фәриҙә Сәфәрғолованың иҫтәлектәре уйландырҙы, колхоз яландарын бер итеп эшләгән, ауыл тарихын хеҙмәте менән яҙған быуын вәкиле ул. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Вәлиева беҙгә гәзиттең “Бәйләнештә” төркөмөн әүҙем алып барыуыбыҙ, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә уның аша күп нәмәләр менән уртаҡлаша алыуы өсөн рәхмәт әйтте. “Торатау”ҙы килеүе менән ҡапҡа тышында уҡ уҡып сығабыҙ...” - Был һүҙҙәрегеҙ, әлбиттә, беҙгә дәрт, сәм өҫтәй, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ. Мәстүрә инәй Сөләймәнова иһә, хисләнеп, ошо мәлдә генә ижад иткән дүрт юллығын яҙҙыра һалды.
Гәзитебеҙ “Торатау”,

Тауыбыҙ ҙа Торатау.

Яҙылһаң “Торатау”ға

Килер яңылыҡ тау-тау!
Беҙҙән дә күстәнәс булһын тип, хәбәрсебеҙ Хәнә Мәҡсүтова “Үрмәле гөл” йырын һуҙҙы, ә Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙы Хәниф Кәримдең “Түктермәгеҙ күҙ йәшкәйен” шиғырын яттан һөйләгәндә һәр кем тәрбиә, атай-әсәй ҡәҙере хаҡында уйланғандыр.
Изге тауыбыҙ Торатау өсөн ныҡ торған ауыл халҡы “Торатау” гәзитенән дә айырылмаҫ. Осрашыуҙан алған кисерештәр, айырым һөйләшеүҙәр артабанғы һандарҙа тағы бер нисә мәҡәлә булып ятыр. Ҡарайғандар үҙҙәре лә, шылтыратып, яҙышып торорға вәғәҙәләне. Көтәбеҙ!

Фото: автор.
Читайте нас: