Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Май 2019, 02:00

Маҡарҙа, Һайранда көтөгөҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар! Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының ҡыҙыу осорона еттек. Һеҙ - беҙгә, беҙ һеҙгә кәрәк тигәндәй, киләһе аҙна почтамт менән берлектә гәзитжурналдарға яҙылыу көнөн ойоштороп ебәрмәксебеҙ.

Ҡәҙерле дуҫтар! Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының ҡыҙыу осорона еттек. Һеҙ - беҙгә, беҙ һеҙгә кәрәк тигәндәй, киләһе аҙна почтамт менән берлектә гәзит-журналдарға яҙылыу көнөн ойоштороп ебәрмәксебеҙ.


28 май – Маҡар, 29-ы – Һайран ауылы халҡы почта бүлексәләренә дәррәү килер, үҙебеҙҙең район гәзите “Торатау”ға киләһе ярты йыллыҡҡа ихлас яҙылып ҡуйыр, тип ышанабыҙ! Буш ҡул менән түгел, бүләктәр килтерәбеҙ! “Торатау”ға ошо көндә һәм алданыраҡ яҙылып ҡуйыусылар араһында бүләк отош үткәрмәксебеҙ. Ауылығыҙ тормошонан матур хәбәрҙәр, яңылыҡтар менән уртаҡлашырға әҙер булығыҙ, бәлки, хакимиәткә еткерергә теләгән һорауҙарығыҙ ҙа булыр, шиғырҙарығыҙ, мәҡәләләрегеҙ өлгөрөп еткән икән, уларҙы ла бер ыңғай тотоп килегеҙ!




Читайте нас: