Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Май 2019, 02:00

БӘЙГЕНЕ БАШЛАЙБЫҘ!

“Торатау”ға арнап дүрт юллыҡ шиғыр бәйгеһен иғлан итәбеҙ!

Дуҫтар! Йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу айға яҡын дауам итә, ләкин күптәр, ваҡыт бар әле, тип ашыҡмай. Етмәһә баҡса эше, сәсеү осоро мәшәҡәттәр өҫтәй. Шулай ҙа, “Торатау” гәзите өсөн әмәлен табып, баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырһығыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, ауылдарға сығыуҙы дауам итәбеҙ. Ошо йома Ҡарайған яҡтарына йыйынабыҙ. Бараһы ерҙәребеҙ күп әле, гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа, үҙҙәренә саҡырып, шылтырата. Алда ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтә.


Әлегә, дуҫтар, әйҙәгеҙ “Торатау”ға арнап, дүрт юллыҡ шиғыр бәйгеһе үткәреп алайыҡ! Шиғырҙарығыҙҙы үҙебеҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмгә (https://vk.com/gazeta_toratay) лә ҡуя, хат менән редакцияға ла ебәрә, йә булмаһа телефондан шылтыратып та әйтә алаһығыҙ! Иң шәп дүрт юллыҡ хужаһына бүләктең еллеһен вәғәҙәләйбеҙ. Ҡалған ҡатнашыусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Тәүге дүрт юллыҡ Мөҙәрис Багаевтан:


Матди байлыҡ - өс көнлөк,

Рухыйына ни етә!

Алдырмаһаң “Торатау”ҙы

Ғүмер заяға үтә.


Ғүмер заяға үтмәһен, дуҫтар! Милли баҫмабыҙ аша аралашып, хәл-әхүәл белешеп, шатлыҡ-ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашып йәшәйек!





Фото: редакция архивынан.
Читайте нас: