Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
8 Май 2019, 02:00

Бүләктә генә түгел эш

Яҙған бүләк көттөрөп булһа ла хужаһын таба. Түбәнге Әрмет ауылында донъя көткән Фәнүзә һәм Абдулла Мансуровтар менән дә шулай булды. “Торатау” гәзитенә ғаилә ҡорғандан алып тиерлек яҙылып килгән парға бүләкте хатта үҙебеҙ алып барып тапшырып, электр сәйнүкле иттек.

Яҙған бүләк көттөрөп булһа ла хужаһын таба. Түбәнге Әрмет ауылында донъя көткән Фәнүзә һәм Абдулла Мансуровтар менән дә шулай булды. “Торатау” гәзитенә ғаилә ҡорғандан алып тиерлек яҙылып килгән парға бүләкте хатта үҙебеҙ алып барып тапшырып, электр сәйнүкле иттек.
Әрмет тарафтарына редакциянан күмәкләп барған саҡта булды был. Түбәнге Әрметтең ҡупшы йорттарының береһе тапҡырында туҡтап, Мансуровтарҙың ҡайҙа йәшәүҙәрен һорап та өлгөрмәнек, хужалар үҙҙәре күренде.
- Әйҙүк-әйҙүк, аш та бешкән! - тип ихлас ҡаршыланы Абдулла Минебай улы. Әммә ваҡытыбыҙ тар ине шул, иҫтәлеккә күмәкләп тә, үҙҙәрен айырым да фотоға төшөрөп, гәзиткә яҙылыуяҙылмау хаҡында фекерҙәр менән ҡапҡа тышында ғына бүлешергә булдыҡ.
- “Торатау”ҙы уҡымаһаҡ, үҙебеҙҙе район тормошонан артта ҡалған, күп нәмәне белмәгән кеүек тоябыҙ. Гәзиткә яҙылмаған күрше-тирә лә кереп уҡый. Борон почтальондарҙың көс еткеһеҙ сумкаларын иҫләгеҙ әле - һәр йортҡа килә торғайны гәзит-журнал! - тип сағыштырыуҙар аша беҙҙең уйҙарҙы йөпләне Мансуровтар. – Ҡиммәт тип, үҙебеҙҙе ярты йыл буйы мәғлүмәтле, тулы тормошло итәсәк район гәзитенән мәхрүм ҡалмайыҡ. Гәзит - беҙгә, беҙ уға кәрәк!
Өҫтәп тағы нәмә әйтәһең инде быға. Дуҫтар, яҡташтар, әле ваҡытлы баҫмаларға икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыуҙың иң ҡыҙған осоро. Бүләк тип ҡыҙыҡтырмайбыҙ тиһәк тә, үҙебеҙҙең Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы даими отош иғлан итеп торғас, һеҙгә хәбәр итмәй булмай. Уйындың шарттары элеккесә: киләһе алты айға “Торатау”ға яҙылған квитанцияғыҙ күсермәһен редакцияға килтереп тапшыраһығыҙ йәки почта аша ебәрәһегеҙ. Электрон почта ла һеҙҙең ҡарамаҡта – toratau@ mail.ru. Электрон хатҡа квитанция фотоһын беркетеп, тулы исем-шәрифегеҙҙе, телефонығыҙҙы ла яҙһағыҙ ине.
Берҙәмлек, теләктәшлекте күкрәк ҡағып раҫларға кәрәкмәй, эш менән күрһәтә беләйек, тибеҙ. Әле тап шундай форсат. Районда һәр башҡорт ғаиләһе туған телдә сыҡҡан бер-ике гәзит, журнал ғына алдырһын әле! Үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләп торған күрһәткес буласаҡ был.
Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.
Читайте нас: