Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Апрель 2019, 02:00

ҠАЙҘА ЮЛ ТОТТОҒОҘ? ӘРМЕТ ЯҠТАРЫНА!

Районыбыҙҙың әле бер, әле икенсе ауылына барып, халыҡтың тын алышын тойоу, йәшәйешен күреү йолаһын дауам итеп, был юлы Әрмет тарафтарына юлландыҡ. Был яҡ халҡы беҙҙең гәзиткә яҙылыу буйынса әүҙемлеге менән күптән күңелде тарта ине. Ниһайәт, әрметтәр менән күрешеп, күңел туйғансы һөйләшеп ҡайттыҡ.

Районыбыҙҙың әле бер, әле икенсе ауылына барып, халыҡтың тын алышын тойоу, йәшәйешен күреү йолаһын дауам итеп, был юлы Әрмет тарафтарына юлландыҡ. Был яҡ халҡы беҙҙең гәзиткә яҙылыу буйынса әүҙемлеге менән күптән күңелде тарта ине. Ниһайәт, әрметтәр менән күрешеп, күңел туйғансы һөйләшеп ҡайттыҡ.



ҠОТҺОҘ КЛУБТЫ ЛА НУРҒА КҮМӘ ҮРГЕ ӘРМЕТТӘР


Үрге Әрмет ауылы клубына барып төшкәс, ошондай уйҙар тыуҙы. Баян һәм дәртле йырҙары менән улар күтәрмәнән үк ҡаршы алды.


Ремонт төҫө күрмәгән, шыҡһыҙ ғына мәҙәниәт усаҡтарын гөрләтеп йәшәй урындағы халыҡ. Клуб - уларҙың осрашып кәңәш ҡорор, йыйылыштар, байрамдар уҙғарыр урыны. Йыр-бейеүгә нисек оҫта бит әле үҙҙәре! Дәрттәре йөрәктәренән урғылып тора. Осрашыуға йыйылған халыҡҡа “Кис ултырыу” йолаһын күрһәтеп, бер мәлгә үткәндәргә алып ҡайтҡандай булдылар, “Косилка-молотилка”ны көйләй-көйләй элекке йырлыбейеүле уйындарҙы иҫкә алдылар. Баянсылары Шамил Сәмиғуллин байрамдарын биҙәр өсөн Түбәнге Әрметтән килеп еткән. Шамил ағай йәштән үк баянда өҙҙөрә, әле хаҡлы ялда булһа ла ауылдаштарының күңелен аса. Осрашыуға 87 йәшлек Идия Вәлиева ла килгәйне. Мандолина оҫтаһы, байрамдарҙың биҙәге булған инәй күптән түгел генә сәхнәнән киткән. Шулай ҙа күңеле һаман да сәнғәткә тартыла, байрамдарға ашҡынып килә. Беҙҙең гәзитебеҙҙең тоғро уҡыусыһы ла ул.


- Әле лә “Торатау”ҙы яратып уҡыйым. Килмәнеме икән, тип почта йәшниген сығып ҡарап ҡына торам, - ти Идия инәй.


Күңеле матур кешеләр матурлыҡ тыуҙыра. Ундайҙар Үрге Әрметтә лә күп. Бик оҫта итеп ҡул эштәре күргәҙмәһен эшләп ҡуйғандар. Йәштән бәйләмгә әүәҫ Рима Хәйруллинаның кейемдәренең, мәрйендән эшләнгән муйынсаҡтарының, сәскәләренең ниндәйе генә юҡ!


- Буш ваҡытта ҡул эшенә тотоноп күңелде баҫам. Ҡатын-ҡыҙ өсөн бик кәрәкле шөғөл, – тине оҫтабикә.


Тормошто яратыуҙары, ихлас, көслө рухлы булыуҙары менән күңелде арбаны үрге әрметтәр. Шулай ҙа күңелдәрен өйкәгән һорауҙары ла юҡ түгел. Мәҫәлән, клубтарының насар хәлдә булыуы уларҙың үҙәгенә үткән. Башланғыс мәктәп тә боронғо бинала урынлашҡан. Фәнир ағай Ғәбиҙуллин был мәктәптең бинаһы элек Вәли тигән байҙың йорто булыуы, үткән быуаттың 60-сы йылдарында шул өйҙө күсереп һалыуҙары тураһында һөйләне. Утын менән йылытылған был бинаны ла күрмәйенсә китмәнек.


- Әлеге көндә бында 1-4-се кластарҙа 11 бала уҡый. Яңы уҡыу йылына өс уҡыусының килеүе көтөлә, артабан өс йыллап балалар булмай, - тине уҡытыусы Рәмиҙә Рәхимова. Был бинаға ваҡытлыса ғына тип күсереп торһалар ҙа, байтаҡ ғүмер үтеп киткән.


Ауылда бынан 20 йыллап элек, әлеге клуб артында ғына социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә башлаған булған. Ләкин, стеналары күтәрелгәс, төҙөлөш туҡтап ҡалған. Мәҙәниәт йортон, мәктәп, китапхананы шунда урынлаштырыу күҙалланған. Заманса, матур мәҙәниәт йортона үрге әрметтәр һаман да өмөтөн һүндермәгән әле. Ни тиһәң дә, һәр ҡайһыбыҙ ҙа матур шарттарҙа йәшәргә ынтыла.


P.S. Ҡалаға ҡайтҡас та үрге әрметтәрҙең клубҡа ҡағылышлы һорауҙары күңелде өйкәп торҙо. Уға асыҡлыҡ индереү маҡсатында Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, инженер коммуникациялары һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары Юнир Вилдановҡа мөрәжәғәт иттек.


- Был проблема беҙгә таныш. Үрге Әрметтәге социаль-мәҙәни үҙәкте төҙөп бөтөүгә проект-смета документацияһы күптән әҙер. Уны финанслауға республика программаһына йыл һайын заявка бирелә. Әлегә ыңғай яуап юҡ. Киләсәктә финанслау булырына ышанабыҙ. Халыҡтың был бинаға мохтажлығы бар, - тине ул.



Редакциянан: Нисәмә йылдар буйы халыҡ мөрәжәғәтенең кире ҡағыла килеүе аңлашылмай, әлбиттә. Һаҡаллы төҙөлөш исемлегенә ингән социаль–мәҙәни үҙәк яҡын киләсәктә үҙ ишектәрен асырмы? Үрге әрметтәр аныҡ яуап көтә.



ТҮБӘНГЕ ӘРМЕТТӘРҘЕҢ ҮҘ ДОНЪЯҺЫ


Был ауылдыҡыларҙан ҡәнәғәтһеҙлек һүҙҙәре ишетелмәне. Әлбиттә, шарттар ҙа икенсе – бик күркәм мәҙәниәт йортона барып индек. Унда беҙҙе “Әхирәттәр” клубы ағзалары ҡаршы алды. Һәр шаршамбы йыйылышып, улар төрлө ҡыҙыҡлы кисәләр үткәрә: ҡул эше оҫталары бербереһенә бәйләм серҙәрен өйрәтә, шиғриәт кисәләре лә уҙғарылып тора. Аҙ ғына ваҡыт эсендә Түбәнге Әрмет гүзәл заттарының әллә күпме һәләттәрен күреп өлгөрҙөк. Гөлшат Әпсәләмова, Хәлиҙә Зәбәйҙуллина, Фәнүзә Горбунова (клубты ойоштороусы), Фәйрүзә Ғиззәтуллина, Рита Хәмиҙуллина, Рәмилә Рәхимова, Роза Мозафарова, Йәмилә Ғөбәйҙуллина һәм башҡа бик күптәрҙең бәйләм-сигеү эштәре менән таныштыҡ. Мөғлифә Мирхәйҙәрова, ҡул эштәренән тыш, шиғыр яҙыуға ла оҫта булып сыҡты. Үҙе яҙған шиғырын беҙгә лә уҡып ишеттерҙе. Йыр оҫталары ла осрашыуҙы биҙәне - Наталья Анистифорова, Миләүшә Хисамованың моңло тауыштары күңелде арбаны.


Осрашыуҙың төп маҡсаты – ауыл халҡының гәзитебеҙгә ҡарата тәнҡит һүҙен дә, теләктәрен дә ишетеп, ике арала бәйләнеш күперен нығытыу ине. Үҙ ниәтебеҙгә ирештек. Бигерәк тә гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы, иң әүҙем штаттан тыш хәбәрселәребеҙҙең береһе Наилә Байбулдинаның сығышы уйландырҙы ла, яңы идеялар ҙа тыуҙырҙы. “Гәзиткә һөйөүҙе атайым, уҡытыусым уятты. “Торатау”ҙы күтәрер өсөн заманында икешәр дана алдырған мәлдәр ҙә булды”, - тип һөйләне ул. Гәзит биттәрендә шиғриәттең киң яҡтыртылыуына һөйөнөсөн белдерһә, тәбиғәт ҡомартҡыларына арналған рубриканы дауам итеү мөһимлеген билдәләне, шәхестәребеҙ хаҡында мәҡәләләрҙе лә яратып уҡыуы хаҡында белдерҙе. “Торатау”ҙар менән осрашыуға ир уҙаманы Рафаэль Ғәлиндың килеп тәҡдимдәрен әйтеүен гәзитебеҙгә ҡарата ихтирам, иғтибар билдәһе итеп ҡабул иттек. Тормошта кәрәкле булған яңы закондар, белгес кәңәштәре күберәк бирелһен ине тигән теләктәрен һис шикһеҙ киләсәктә күҙ уңында тоторбоҙ.


Бар ғүмере хеҙмәттә үткән, заманында колхоз председателе, бригадир кеүек яуаплы эштәрҙе башҡарған Рафаэль Нурғәли улына “Торатау”ға һәр ваҡыт яҙылғаны, битараф ҡалмай осрашыуға килеп үҙ тәҡдимдәрен әйткәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Тап ошондай уҡыусыларыбыҙ гәзитте күтәрә, улар ярҙамында уның йөкмәткеһе байый.


Гәзит тураһында һүҙ сыҡҡас почтаға инмәй булдыра алманыҡ. Үрге Әрмет почта бүлексәһе начальнигы Роза Мозафарова ваҡытлы матбуғаттың ваҡытында килеүе, үҙ уҡыусыларына “эҫе” сағында барып етеүе хаҡында әйтте. Был эште почтальондар Зилә Вәлиева менән Әлфиә Хәмиҙуллина башҡара. Улар Үрге Әрмет, Түбәнге Әрмет һәм Әрметрәхим ауылдарын хеҙмәтләндерә.


- 1 февралдән 31 мартҡа тиклем барған матбуғат баҫмаларына киләһе ярты йыллыҡҡа алдан яҙылыу мәленән дә халыҡ файҙаланды. Күберәк уҡытыусылар, оло йәштәгеләр. Бөгөнгө көндә лә гәзиткә яҙҙырыу дауам итә, - тине Роза Биктимер ҡыҙы.


“Торатау”ҙы алдырыусылар һаны әлеге менән генә сикләнмәҫ, уларҙың ишәйеренә ышанысыбыҙ тағы ла артып ҡайтты әрметтәр менән осрашыуҙан. “Торатау” мөхәрриренең: “Гәзитебеҙҙе алдырыусы, уҡыусы һәр берегеҙ беҙгә алтын бөртөгө кеүек ҡәҙерле”, – тиеүе лә хаҡ һүҙҙәр.













Әрметтәр тураһында мәҡәләләр серияһын киләһе йома һанында уҡырһығыҙ.





Фото: автор.







Читайте нас: