Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
8 Март 2019, 04:00

АЛАҠАЙҘАР БУЛДЫРА!

Ауылды тырыш кешеләре күтәрә. Алаҡайға барған сәфәребеҙ барышында быға йәнә бер инанып ҡайттыҡ. Үҙ ихатаһына бикләнеп, үҙ тормошо менән генә сикләнеп йәшәмәй улар. Ауыл күтәрелһен, төҙөк, матур булһын өсөн бергәләп эшләргә күнеккәндәр. “Торатау” гәзите коллективы менән осрашыуға ла ауыл тормошона битараф булмағандар һә тигәнсә клубҡа йыйыла һалды.

Ауылды тырыш кешеләре күтәрә. Алаҡайға барған сәфәребеҙ барышында быға йәнә бер инанып ҡайттыҡ. Үҙ ихатаһына бикләнеп, үҙ тормошо менән генә сикләнеп йәшәмәй улар. Ауыл күтәрелһен, төҙөк, матур булһын өсөн бергәләп эшләргә күнеккәндәр. “Торатау” гәзите коллективы менән осрашыуға ла ауыл тормошона битараф булмағандар һә тигәнсә клубҡа йыйыла һалды. Халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарашып, борсоған проблемалары тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә, хәлдәрен һорашып, уй-ниәттәрен белешеүгә ни етә?



Сабып килгән ат туҡтатыр ҡатындар бар


Алаҡайҙа 60-лап өй булһа, барыһында ла йәшәмәйҙәр. Шулай ҙа урамдарҙағы бер-бер артлы теҙелеп ултырған яңы йорттарға ҡарап ауылға яңы һулыш инеүен тояһын. Ҡасандыр ситкә сығып китеп, аҙаҡ атай нигеҙенә ҡайтып йорт күтәреүселәр байтаҡ булыуын да ишетеп ҡыуандыҡ.


Әллә ни ҙур булмаһа ла, алаҡайҙарҙың клубынан ҡот, йәм бөркөп тора. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһынан файҙаланып, халыҡ үҙе лә ҡушылып, клубтарын бына тигән итеп эшләп алғандар. Хәҙер ниндәй генә байрам, осрашыу булһа ла ауыл халҡының йыйылыр урыны бар. Клуб мөдире, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Зәлиә Ғәйнуллина өлкәндәр өсөн “Гөрләүек” вокал, “Йәйғор” фольклор ансамблдәре, ба-лалар өсөн “Шишмәкәй” ансамбле эшләүе, халыҡтың йыр-моңға дәртле булыуы хаҡында һөйләне. Ғөмүмән, һәр эштә берҙәм булыуҙарын тойҙоҡ алаҡайҙарҙың. Район хакимиәте ярҙамы, халыҡ көсө менән зыяраттарын кәртәләп ҡуйғандар. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереп обелиск ҡуйыуҙан да халыҡ ситтә ҡалмаған, үҙ өлөшөн индергән. Ғөмүмән, дөйөм эшкә юҡ тимәйҙәр, буярға булһынмы, төҙөкләргәме, йыйыштырырғамы – барыһы ла йәһәт кенә ҡуҙғала һала.

Был ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарының әүҙем булыуы һоҡ-ландырҙы. Ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған, эшкә батырып тотона белгән донъя тотҡаһы булырҙай гүзәл заттар байтаҡ бында. Ауылдаштарым, тип өҙөлөп тороусы әйҙәүселәре лә бар, ул - “Алаҡай” территориаль йәмғиәт үҙидараһы рәйесе Сәлимә Герасименко. Ауылының бер генә проблемаһына ла битараф түгел был сабып барған ат туҡтатыр ҡатын. Байрамдарҙы ла бына тигән итеп уҙғара, башҡа сараларҙы ла йәһәт кенә ойоштороп ҡуя. Ошо матур башланғыстарҙы күтәреп алырҙай ауылдаштарының булыуына шатланып бөтә алмай ул.

- Тирә-яғын йәмләп, сәскә үҫтереүселәр күбәйҙе. Халыҡ матурлыҡҡа ынтыла, - ти урындағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы ла булып торған Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы. - Ауылда ҡатын-ҡыҙҙар со-веты әүҙем эшләй. Өйҙәр буйлап йөрөп, эскелеккә ҡаршы көрәш алып барҙыҡ. Хәҙер суррогат эсемлек һатҡан, эскән кеше юҡ.

Ғөмүмән, Алаҡай халҡы тө-шөнкөлөккә бирелә торғандарҙан түгел. Ауылда эш юҡҡа һылтанып, зарланып ултырмайҙар. Шәхси хужалыҡта күпләп мал аҫрап, һөтөн һатып, донъя көтәләр. Әлфирә Мырҙағолова, мәҫәлән, үҙ хужалығында биш һыйыр тотоуҙары, аҙнаһына ике тапҡыр ҡалаға йөрөп һөт һатыуҙары тураһында һөйләне.



Тыуған ерҙән төшкән ер яҡшы

Ауыл уңғандарының береһе Рабиға Иҫәнғолованың донъяһын күреп, һоҡланып сыҡтыҡ. Тормош иптәше вафат булып ҡалһа ла, 70 йәшкә етеп барған ҡатын донъя усағын һүндермәй йәшәй. Ике һыйыр тота, ҡош-ҡорттары ла етерлек. Быйыл ҡаҙҙарҙы ғына 40 баш үҫтергән. Арҡа терәрҙәй балалары булыуы менән дә бәхетле биш бала әсәһе, ялға ҡайтып ярҙам итеп торалар.


- Үҙем Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылы ҡыҙымын. Был яҡҡа 44 йыл элек килен булып төштөм. Алаҡай ау-ылын шунда уҡ яраттым. Халҡы һәйбәт, бер-береһенә ярҙамсылдар. Ирем мәрхүм булғас, туғандар тыуған яҡҡа ҡайтырға тәҡдим итһә лә, ризалашманым, - тине Рабиға Мансур ҡыҙы.


Йылы һыуы, бар уңайлыҡтары өйгә көйләнгән. Тырышҡандар ауылда ла ҡаланан һис ҡалышмай рәхәттә йәшәй. Рабиға апайҙың аш-һыуға оҫталығын да белдек. Бәлештәре телде йоторлоҡ, икмәкте лә үҙе һала.


Йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән, үҙҙәре лә ма-тур донъя көткән Рәмилә менән Рәшит Ҡасҡыновтар ҙа ауылдың таянысы. Тәүҙә ситтә йәшәһәләр ҙә ун йыл самаһы элек, Рәшит ағайҙың атаһы нигеҙенә яңы йорт һалып, шунда төпләнгәндәр. Икеһе лә хаҡлы ялда, балалары үҫеп етеп Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында донъя көтә.


Ә бит ҡулға- ҡул тотоношоп йәшәй башлауҙарына ла 40 йыл ваҡыт үтеп киткән. Алмалы ауылы ҡыҙы менән Алаҡай егетен яҙмыш Салауат ҡалаһында осраштыра.

- Дөйөм ятаҡта Рәшиттең һеңлеһе менән бер бүлмәлә йәшәнем. Ул туғаны янына килгәндә танышып киттек. Ирем кешелекле, бер ҡасан да ауыр һүҙ әйткәне булманы. Ҡабат йәшлеккә әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеге булһа, тормош юлдашым итеп ҡабат тик уны һайлар инем, - тип бәхетле йылмая Рәмилә апай.


Байтаҡ йылдар Алыҫ Көнсығышта төҙөлөштә эшләп, олоғая килә тыуған ергә тартылалар.

- Ауылымдың халҡы һәйбәт. Береһе тураһында ла насар әйтеп булмай. Татыуҙар, үҙ-ара ярҙамсылдар, - ти Рәшит ағай ҙа ауылда төпләнеүенә ҡәнәғәт булыуын белдереп.


Күңелгә ятышлы, йылы килеп сыҡты ауылдағы осра-шыу. Өс көнлөк был тормошта бер-береңә иғтибар, матур итеп аралашыуға бер нәмә лә етмәй тигән уйҙар менән ҡайттыҡ Алаҡайҙан.






Фото: автор.


Читайте нас: