Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Март 2019, 04:00

Изге күңелдән

Хөрмәтле мөхәрриребеҙ, күп йылдар иңгә иң терәшеп эшләгән хеҙмәттәшебеҙ Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙы ДӘҮЛӘТЙӘРОВАны ғүмеренең матур байрамы - юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле мөхәрриребеҙ, күп йылдар иңгә иң терәшеп эшләгән хеҙмәттәшебеҙ Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙы ДӘҮЛӘТЙӘРОВАны ғүмеренең матур байрамы - юбилейы менән ҡотлайбыҙ!


Тормошон телебеҙҙе үҫтереүгә, баҫма һүҙ аша халыҡҡа иң мөһим ҡиммәттәрҙе еткереүгә арнаған, һөнәрен таланты, илһөйәр рухы, булдыҡлығы менән ҙурлаған, журналист һөнәренә үҙенән һуң килгәндәргә терәк-ҡанат булған Гөлнур апай ул беҙҙең өсөн! Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, һөйөклө ҡатын, өлгөлө әсәй, Азамат менән Сәлимәгә иң матур өләсәй ҙә. Ғүмер баҫҡыстарының һәр береһен кешелекле, дәртле, тырыш холҡо, рухлы булмышы менән үтә барған замандашыбыҙға ҡарап, бына ошолай йәшәргә, эшләргә кәрәк тип ҡуяһың - йөрәк менән, күңел биреп, кешеләрҙе яратып!


Гөлнур апай, һиңә беҙ ныҡлы һаулыҡ, яҡындарың именлеге, бәхете теләйбеҙ, бөгөнгөләй янып, балҡып тор, йәштәрҙе лә уҙҙыра, алға әйҙәй торған холҡоңдо ташлама!


Һине яратып, хөрмәт итеп "Торатау"ың коллективы.



Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: