Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Март 2019, 04:00

ФЛЕШМОБ ГӨРЛӘП ҮТТЕ

Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы “Торатау” гәзите Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмөндә иғлан иткән #Туғантелем флешмобын яҡташтар дәртле күтәреп алды. Рух бөркөп торған видеояҙмаларығыҙҙы беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре генә түгел, бөтә төркөмдәштәр ғорурланып күҙәтеп барҙы!

Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы “Торатау” гәзите Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмөндә иғлан иткән #Туғантелем флешмобын яҡташтар дәртле күтәреп алды. Рух бөркөп торған видеояҙмаларығыҙҙы беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре генә түгел, бөтә төркөмдәштәр ғорурланып күҙәтеп барҙы!

Иң тәүгеләрҙән булып беҙҙең башланғысты Этҡолдан китапханасы Гөлдәр Йәрмөхәмәтова күтәреп алды. Уның өлгөрлөгөн хәҙер ғәҙәти ҡабул итәбеҙ, рәхмәт һеҙгә, Гөлдәр Плюр ҡыҙы! Ауылдаштарын камераға күмәк итеп төшөрөп, әллә нисә видео ебәрҙе ул. Иң күп кеше ҡатнашҡан видео ла тап этҡолдарҙан булды – ауылдаштар бергә йыйылып, Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын яңғыратты. Этҡолдан шулай уҡ Фай-за Әйүпова телебеҙҙе данлаған хәрәкәткә битараф ҡала алмаған, ә Хажы ауылынан Айһылыу Дауытова иһә үҙе ижад иткән «Матурлыҡты күрә белеү кәрәк» шиғырын башҡарыуы менән айырылып торҙо.


Смаҡайҙан Әлиә Шиһапова Зөлфиә Ханнанованың «Шул хис менән йәнем Ергә килде...» шиғырын уҡыны.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 2В класы уҡыусылары, бөтә класс менән шиғыр уҡып, видео һалды – рәхмәт, балалар, рәхмәт уҡытыусығыҙға!


Йәш ҡатнашыусыларыбыҙ: Этҡол ауылынан Әлиә Арыҫланбаева, 6 йәшлек Әхтәм Ғилванов, 8 йәшлек Илзирә Сәйфуллина, Ҡанаҡайҙан 4 йәшлек Эльвина Ишморатова менән 6 йәшлек Илнар Ишморатов, Стәрлетамаҡтан 4 йәшлек Данир Тимерғәлиев. Этҡол ауылынан 5 йәшлек Ралина Вәхитова, яратҡан шиғырын русса булһа ла башҡарып, флешмобта ҡатнашты. Афарин, ҙур эшкә ярағанһығыҙ, бәләкәстәр!

«Торатау» гәзитенең элекке мөхәррире Хаят Йосопова, райондашыбыҙ, СССР-ҙың мәғариф отличнигы Хәтижә Ризуанованың «Бала саҡ хәтирәһе» шиғырын ихлас һөйләп, видеоһын һалды. Йәштәргә бына шундай өлгөләр кәрәк!

Ғәҙилә Бүләкова яҡташ шағирә Тамара Искәндәриәнең «Башҡорт теле» шиғырын һайлаған.

Төркөмдәштәр 2-се башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Гөлсәсәк Шәрипованың видеоһын айырыуса яратып ҡабул итте. Кинйәбулаттан Минегөл Ханнанова Рәми Ғариповтың «Аманат» шиғырын башҡарҙы. Әптек ауылынан Алһыу Латипова ла видео ебәрҙе.

Әрметрәхим ауылынан Динислам Дәүләтшин, Айнур Ҡотломөхәмәтов, Зимфера Дәүләтшина башҡарыуында танылған шиғырҙар ҙа видеоархивыбыҙҙы тулыландырҙы.


Башҡортостан юлдаш телека-налында эшләүсе хеҙмәттәшебеҙ, Әхмәр ауылы ҡыҙы Гөлназ Хәйбуллина менән Ишембай телевидениеһы хәбәрсеһе Динә Мурзина ла беҙҙең флешмобҡа ихлас ҡушылды.

Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, дуҫтар!





Фото: интернет.



Барлыҡ видеояҙмаларҙы ошонда ҡарарға мөмкин: https://vk.com/topic-23747558_39842393

Читайте нас: