Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Февраль 2019, 04:00

Почтальондарҙы ҙурланыҡ

Район гәзиттәре “Торатау” менән “Восход”ҡа яҙҙыртыу буйынса почтальондар араһында конкурс байтаҡ йылдар үткәрелеп килә. Ярыштан бигерәк, уны беҙ тиҫтә саҡрымдар аша гәзит менән уҡыусыны бәйләүселәрҙе ҙурлау йолаһы тип ҡабул итәбеҙ.

Район гәзиттәре “Торатау” менән “Восход”ҡа яҙҙыртыу буйынса почтальондар араһында конкурс байтаҡ йылдар үткәрелеп килә. Ярыштан бигерәк, уны беҙ тиҫтә саҡрымдар аша гәзит менән уҡыусыны бәйләүселәрҙе ҙурлау йолаһы тип ҡабул итәбеҙ.



Был юлы йыл йомғаҡтары буйынса алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе, өлгөр почтальондарҙы тәбрикләү сараһы Ишембай почтамтында үтте. Хеҙмәттәштәрен БР Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры урынбаҫары Оксана Якушина, үҙебеҙҙәге структур бүлексә етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Ғарипова сәләмләне. 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу күрһәткестәре, халыҡҡа төрлө социаль хеҙмәттәрҙе яҡынайтыу буйынса һөҙөмтәләр барланды. Әлбиттә, хеҙмәтеңдең баһаланыуы күңелде күтәрә, артабанғы эшкә дәрт өҫтәй. Ишембай мәғлүмәт үҙәге директоры, “Восход” гәзите мөхәррире Әнүәр Өмөтбаев һәм “Торатау” гәзите мөхәррире Гөлнур Дәүләтйәрова әйткәндәрен дә залдағылар ихлас ҡабул итте.


- Юғары һүҙҙәр тип ҡабул итмәгеҙ, һеҙ ысындан да беҙҙең йөрәктәрҙе гәзит уҡыусылар менән тоташтырыусы. Һәр замандағы кеүек бөгөн дә почтальон-дар оло социаль йөкләмә башҡара, халыҡ көнкүрешен ҡулайлыраҡ, еңелерәк, тормошто мәғлүмәтле, рухлы итәһегеҙ, - тине Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙы тәрән рәхмәтен белдереп. Почтамттың матбуғатҡа яҙылыу бүлексәһе етәксеһе Инера Төхвәтуллинаны яҙылыу кампанияһының оҫта дирижеры тип сағыштырыу ҙа урынлы булды.


2019 йылдың тәүге ярты йыллығына “Торатау”ҙы иң күп яҙҙыртыусы, ауыл-даштары күңеленә һүҙе үтеүсе кемдәр һуң? Почта бүлексәләре араһында беренсе урында - Этҡол почта бүлексәһе. Быға тиклем почта бүлексәһен етәкләүсе Гөлнара Ғәлиәскәроваға редакция исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Дөйөм тырышлыҡ үҙенекен итә - әлеге көндә Этҡол ауыл Советы биләмәһенә ҡараған ауылдарға бөтәһе 183 “Торатау” килә. Тырыш коллектив артабан да халыҡ менән аңлашып эшләр, үҙ өлгөһөндә башҡаларҙы дәртләндерер, тип ышанабыҙ.


Икенсе урында – Маҡар почта бүлексәһе. Гөлдәр Янбаева почта бүлексәһе начальнигы булып уҙған йыл ғына эшләй башлауына ҡарамаҫтан, хеҙмәтенең халыҡҡа күп өлкәләрҙә ярҙам булыуын тойоп, дәртләнеп эшләй. Шулай итеп, был тарафта бөгөн 128 адресҡа “Торатау” яҙҙыртҡандар.


Әхмәр почта бүлексәһе был юлы әҙгә генә ҡалышҡан – район гәзитен 121 кеше алдыра. Почта бүлексәһе начальнигы Регина Ильясованы өсөнсө урын менән ҡотланыҡ. Көҙән почта бүлексәһе начальнигы Фирҙәүес Иҫәнаманова менән Ҡолғона бүлексәһе начальнигы Гөлнур Садиҡоваға ла ошо исемлектән төшмәй эшләүҙәрен теләйбеҙ. Был биләмәләргә лә 100-ҙән ашыу “Торатау” килә.


- Күберәк тә яҙҙыртҡан ваҡыттар булды, хаҡтар тешләшеүе барыбер үҙенекен итә. Шулай ҙа әмәле табыла, өс айға яҙылып торғандарға ваҡытында иҫкәртеп ҡуям. Рай-он гәзитен алдырмай йәшәү күңелһеҙ бит ул. Эшемде ныҡ яратам, ауылым урам-урам булып тарбаҡланған, бер көн гәзит таратҡансы 10 километрҙан ашыу юл үтелә, - тип уртаҡлашты еңеүсебеҙ, Әхмәр почтальоны Рәмзиә Кәримова. Быйыл уның почтальон булып эшләүенә 30 йыл буласағын белгәс тә хеҙмәт уңышы сере үҙенән-үҙе асылды. Эшенә яуаплы ҡарашы, ярҙамсыллығы менән ауылдаштары хөрмәтен яулаған почтальондың һүҙе үтә. Уның тырышлығы менән бөгөн Әхмәрҙә 89 ғаилә “Торатау” алдыра.


Икенсе урында Маҡар почтальоны Нурсилә Ғәлина киләһе осорҙа тағы саҡ ҡына тырыштырһа, әхмәрҙәрҙе уҙып китеүе лә бар – әлегә 71 йортта “Торатау” уҡыйҙар.


Этҡол ауылына - 63, Көҙәнгә – 61, Ҡолғонаға - 49 дана “Торатау” килә. Был ауылдар почтальондары, шулай уҡ аҡсалата бүләкләнгән Лилиә Дәүләтҡолова, Альмира Хәлилова, Илдус Вәлиевтың да аяҡтары талмаһын, гәзитте улар шикелле ваҡытында таратып, еткереп торғанда ғына халыҡта ышаныс була.


Күпләп гәзит-журнал килгән ауылдарҙа халыҡ тормошҡа вайымһыҙ түгел, егәрлерәк, әүҙемерәк тиҙәр. Әллә ысынлап та шулаймы икән? Киләһе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса ла ҡарап ҡарайыҡ әле беҙ уны.




Фото: автор.



Читайте нас: