Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Ғинуар 2019, 04:00

Бүләк биреүе лә, алыуы ла ҡыуаныс!

“Торатау” гәзитенә 2019 йылға яҙылыусылар араһында бүләк оттороуҙы йомғаҡлап, уларҙың исемлеген үткән аҙналағы һанда баҫҡайныҡ. Бүләк эйәләре менән осрашыу йомаға билдәләнһә лә, ҡапыл ҡупҡан көслө буран арҡаһында дуҫтарыбыҙҙың күбеһе килә алманы. Шулай ҙа өсәүһенә ҡар-буран да кәртә булманы, тәғәйен ваҡытҡа балҡып килеп инде улар.

“Бүләк отоуы үҙе матур иҫтәлек бит ул”, - тине Көҙәндән Миңнур Ғәйнуллина өлөшөнә төшкән фенға шатланып. Әлеге көндә ул хаҡлы ялда. Беҙҙең гәзитте күптән алдырһа ла, беренсегә бүләк отоуы. “Әсәйемә 96 йәш, ул да “Торатау” уҡый. Гәзит аша бөтә хәбәрҙәрҙе белеп барабыҙ. Райондаштарыма теләгем: гәзиткә яҙылһындар, уҡыһындар һәм минең кеүек бүләк отһондар”.

Бүләк отоусылар араһында йәштәрҙең булыуы ла ҡыуаныслы. Йәштәр “Торатау”ҙы алдыра икән, тимәк, гәзитебеҙҙең киләсәге бар. Ҡаланың 16-сы балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләүсе Светлана Хәйруллина “Торатау”ҙы бала саҡтан уҡып үҫкән. Ата-әсәйҙәре ғүмер буйы алдырһа, хәҙер үҙе ғаиләле булғас, “Торатау”ға айырым яҙыла. “Әсәйемдәргә барһаҡ, унда ла “Торатау” килә, ҡәйнәмдәр ҙә алдыра”, - тип йылмая ул. Был юлы бүләк отошта ҡатнашып, Светлана фонарле булды. “Улыма шәп бүләк был”, - тине ул. Гәзиттә йәштәр тормошо, уларға өлгө булырҙай ололарҙың яҙмыштары хаҡында мәҡәләләрҙе яратып уҡыуын һөйләне.

“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Юлиә Йәлилева ла күптәнге гәзит уҡыусыбыҙ булып сыҡты, ул духовкала бешереү өсөн табаға эйә булды. “Ошондай һауыт алам тип күптән ҡарап йөрөй инем, бына яҡшы булды”, – тип үк ебәрҙе.

“Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк”, - тигән халыҡ. Әллә ни ҙур бүләк отмаһалар ҙа, ихлас күңелдән шатлана белгән ошондай гәзит уҡыусыларыбыҙ менән байбыҙ, көслөбөҙ. Улар менән бәйләнеш киләсәктә лә өҙөлмәһен.

Фото: автор.

Читайте нас: