Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Ғинуар 2019, 04:00

Бүләктәр һеҙҙе көтә, дуҫтар!

“Торатау” гәзитенә 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына йәки бер йылға тулыһынса яҙылыусылар араһында вәғәҙә иткән бүләктәр отторолдо. Унда барлығы 345 гәзит уҡыусыбыҙ ҡатнашты. Редакция хеҙмәткәрҙәре ойошторған отош барышына гәзиткә яҙылыусы бер нисә уҡыусыбыҙ ҙа шаһит булды.

“Торатау” гәзитенә 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына йәки бер йылға тулыһынса яҙылыусылар араһында вәғәҙә иткән бүләктәр отторолдо. Унда барлығы 345 гәзит уҡыусыбыҙ ҡатнашты. Редакция хеҙмәткәрҙәре ойошторған отош барышына гәзиткә яҙылыусы бер нисә уҡыусыбыҙ ҙа шаһит булды.


Шулай итеп, бүләктәребеҙ ҡайһы тарафтарға юллана һуң? Мidea электр сәйнүге Түбәнге Әрмет ауылынан Абдулла Мансуровҡа эләкһә, миксерҙең эйәһе - Иҫәкәй ауылынан Мәҙинә Алтынбаева. Көҙән ауылында йәшәүсе гәзит уҡыусыбыҙ Мининур Ғәйнуллина иһә ҡулына фен алып һөйөнәсәк. TORNADO автомобиль компрессорына ла эйә табылды - Әхмәр ауылынан Л. Ғиләжева, HOMESTAR электр сәйнүге иһә Йәнырыҫ ауылынан Н.Ш.Мөхәмәтованың өлөшөнә төштө, ә Үрге Әрметтән Идея Вәлиева сәй сервизы менән бик ҡәнәғәт ҡалыр, тип ышанабыҙ. TEFAL табаһы ҡаланың Машина эшләүселәр урамында йәшәүсе Ә.Ғәзизоваға, термос Этҡол ауылынан Әлфиә Динисламоваға, HELDER фирмаһының бешереү лотогы Стахановсылар урамында йәшәүсе Ю. Йәлилеваға юллана. Шул уҡ фирманың быяла кәстрүле Совет урамында йәшәүсе Ә. Ғәрифуллинаның аш-һыу бүлмәһен биҙәр, SUPRA электрон үлсәү иһә Яр-Бишҡаҙаҡтан Ғ.Мөхәмәтшинаны һөйөндөрөр. Ә инде бик шәп һәм дә уңайлы турағыс таҡта - Кинйәкәй ауылынан Зөлфиә Лоҡманова менән Байғужа ауылынан Ғәйшә Байрамғоловаға аш-һыу әҙерләгәндә шәп ярҙамсы булыр, тип ышанабыҙ.


Бүләктең ҙуры-бәләкәйе булмай. Фоторамка ҡалала йәшәүсе Рәйлә апай Ҡолмырҙинаға, авария жилеты Үрге Әрмет ауылынан Фәнирә Вәлитоваға, светодиодлы фонарь ҡаланың Ленин урамында йәшәүсе С.Хәйруллинаның өлөшөнә яҙған булып сыҡты.


Отош еңеүселәрен ошо йома, 25 ғинуар, 12.00 сәғәттә редакцияла (Совет урамы, 88, 2-се ҡат) үтәсәк бүләкләү тантанаһында көтөп ҡалабыҙ. Сара барышында байрам сәйе һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү ҡаралған. Үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС, ИНН (А4 форматындағы) кеүек документтарығыҙҙы ла алырға онотмағыҙ.





Фото: редакция архивынан.


Читайте нас: