Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Ғинуар 2019, 04:00

Юлдар төшөп торһон Юлдашҡа!

Ағиҙел йылғаһына һыйынып ҡына ултырған был ауыл боронғо ауылдарҙан һанала. Ҡасандыр бында ла тормош гөрләп торған. Ләкин замана елдәре уға ла ҡағылмай ҡалмай. “Ағиҙел” колхозы тарҡалып, халыҡҡа эш булмағас, йәштәр ситкә сығып китеү яғын ҡараған. Әлеге көндә бында 25-ләп йорт бар, ләкин күбеһе буш тора. Ҡышҡы ваҡытта ни бары биш йортта кеше йәшәй. Йәйгелеккә, ял көндәрендә ҡайтып-китеп йөрөүселәр байтаҡ. Клуб, магазин, мәктәп ауылда юҡ, тәү ҡарашҡа йоҡомһорап ятҡан һымаҡ булһа ла, йәшәү сатҡыһы Юлдашта ла һүнмәгән әле.

Ағиҙел йылғаһына һыйынып ҡына ултырған был ауыл боронғо ауылдарҙан һанала. Ҡасандыр бында ла тормош гөрләп торған. Ләкин замана елдәре уға ла ҡағылмай ҡалмай. “Ағиҙел” колхозы тарҡалып, халыҡҡа эш булмағас, йәштәр ситкә сығып китеү яғын ҡараған. Әлеге көндә бында 25-ләп йорт бар, ләкин күбеһе буш тора. Ҡышҡы ваҡытта ни бары биш йортта кеше йәшәй. Йәйгелеккә, ял көндәрендә ҡайтып-китеп йөрөүселәр байтаҡ. Клуб, магазин, мәктәп ауылда юҡ, тәү ҡарашҡа йоҡомһорап ятҡан һымаҡ булһа ла, йәшәү сатҡыһы Юлдашта ла һүнмәгән әле.


Яңы йорттар ҡалҡһын әйҙә

Ауылдың старостаһы Эрнест Смаҡовты тышта ҡар көрәп йөрөгән мәлендә тап иттек. Ошо ерҙә тыуып-үҫкән Эрнест ағай ауылдаштарының көнкүрешен төптән белә.


- Үҙебеҙҙең нәҫел шәжәрәһенән ҡарағанда ла уның тарихы яҡынса 1700 йылдарға барып тоташа, ауылыбыҙ боронғо, - тип һөйләп алып китте ул. Шул уҡ ваҡытта Юлдаштың киләсәге ҙур булыуына ла ышанысын белдерҙе. Әлбиттә, быны береһенән-береһе матур итеп төҙөлөп ятҡан йорттарға ҡарап та күҙаллай аҡһаҡал. Староста әйтеүенсә, бөгөнгө көндә 10-лап йорт һалыныу өҫтөндә. Тиҙҙән уларҙа ла уттар ҡабыныр, йәшәү һулышы инер. Ҙурмы, бәләкәйме һәр ауылдың үҙ ҡаҙаныштары, үҙ проблемалары бар. Юлдашта йәшәүселәр ҡаланан алып Алаҡайға тиклем асфальт юл һалыныуына, артабан Юлдашҡа ҡырсынташ түшәлеүенә һөйөнөп бөтә алмай. Ҡышын юл ҡарҙан таҙартылып тора. Беҙ барғанда ла ул асыҡ ине. “Ауыл хакимиәте башлығы Гүзәлиә Бардовская беҙҙе хәстәренән ташламай. Үҙе килә, йә булмаһа, шылтыратып, ауыл хәлдәрен белешеп тора”, - ти Эрнест Әсәт улы. Бер нисә йыл элек ауылдың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙары иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылған. Был да яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән изге сара. Элек ауылда бындай һәйкәл булмаған. Хәҙер Еңеү көнө уңайынан саралар ҙа ошо һәйкәл янында үтә. Һанай китһәң эштәр күп. Элек зыяраттың кәртәһе насар хәлдә булһа, күптән түгел тимер бағана, ҡоймалар менән өр-яңынан уратып алынған. Халыҡ тырышылығы, ауыл хакимиәте ярҙамы менән башҡарылған ул. Зыяратты таҙартыуҙа ла халыҡ әүҙем икән. Яҙлы-көҙлө күмәкләп йыйылып уны тәртипкә килтерәләр. “Мәңгелек йорттағыларҙың яҡындары, балалары ҡайтып, 30-лап кеше йыйылып китә”, - тип һөйләне ауыл старостаһы. Бергәләп хәстәрләгәс, тырышлыҡ бушҡа китмәй, 2017 йылда бәләкәй ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса конкурста юлдаштар 3-сө урынға лайыҡ булған һәм 10 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнгән.


Шулай ҙа барыһы ла ал да гөл тип әйтеп булмай, проблемаһыҙ тормош бер ҡайҙа ла юҡ. Ауылға газ үтмәүе, иртәле-кисле мейескә утын яғыу бигерәк тә ололар өсөн ҙур мәшәҡәт. Ауыл урамында яҡтыртҡыстар күберәк булһа ине, тигән теләктәр ҙә ишетелде. Һыуҙы һәр кем үҙ ихатаһында ҡаҙытып алған, ошо рәүешле ул мәсьәлә хәл ителгән.



“Кешеләр һәйбәт бында”, -

ти Юлдашҡа килен булып төшкән Ауырғазы ҡыҙы Тәскирә апай Смаҡова. Тәскирә менән Эрнест Смаҡовтарҙың бергә ғүмер итеүҙәренә лә быйыл 52 йыл тула. Бер-береһен улар Салауат ҡалаһында эшләп йөрөгәндә 1962 йылда тап итә.


- Эрнест үҙенең дуҫы менән беҙ йәшәгән ятаҡҡа әхирәтем эргәһенә килгәйне. Шунда танышып киттек. Уның ғәҙел егет икәнлеге шунда уҡ күҙгә ташланды. Өйләнешеп бергә йәшәй башлағас, терәк-таяныс булырҙай, егәрле ир икәнлегенә нығыраҡ инандым, - тип бәхетле йылмая Тәскирә апай. Эрнест Әсәт улы комбинатта ла эшләй, “Салауатстрой” тресында ла хеҙмәт итә. Тәскирә Мансур ҡыҙы байтаҡ ғүмерен крансы һөнәренә бәйләй.


Эш, балалар үҫтереү кеүек донъя мәшәҡәттәре менән йәшлек йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Улдары Олег, ҡыҙҙары Эльвира, Лениза хәҙер үҙҙәре ғаиләле, һәр береһе һөнәрле. Эрнест ағай менән Тәскирә апай иһә ете ейән-ейәнсәргә олатай менән өләсәй.


Байтаҡ йылдар ҡалала йәшәһәләр ҙә, ауыл кешеһен ер үҙенә тарта, хаҡлы ялға сыҡҡас, Юлдашҡа ҡайтып төпләнергә ҡарар итәләр. Икешәр һыйыр, ҡош-ҡорт аҫырап, дәртләнеп ауыл мәшәҡәттәренә күмеләләр.

- Аҙға ғына ауылдан китһәк тә һағына башлайбыҙ, - хәҙер инде 25 йыл ауылда донъя көтөүсе Смаҡовтар шулай ти. - Балалар ҙа Юлдашҡа ашҡынып тора. Ейән-ейәнсәрҙәр ҡайтһа, кире киткеләре килмәй. Нишләп бында мәктәп юҡ икән, ошонда ғына йөрөр инек тиҙәр.


Олоғая килә эре малдарын бөтөрһәләр ҙә, әле лә кәзә, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Яҙ етһә, баҡса мәшәҡәттәренә күмеләләр. Хәҙер үҙе лә олпат йәшкә аяҡ баҫҡан Эрнест ағай ауыл старостаһы бурысын үҙ иңенә алған, ауылдаштарының хәстәре менән янып йәшәй. Ҙур тормош тәжрибәһе туплаған ғаилә парының йәштәргә теләк-кәңәштәре лә урынлы булды:

- Бер-береһен аңларға тырышһындар, оҙаҡ үпкә һаҡламаһындар. Балаларына өлгө күрһәтеп, ғаилә алдында яуаплылыҡ тойоп, үҙ-ара хөрмәт менән йәшәһендәр, - тине улар.


Ауылымды ике көндә һағынам

Юлдаштың иң оло йәштәге инәйе Нәҡиә Дауытованың да донъяһын күреп сыҡтыҡ, 78 йәшлек инәй ихлас ҡаршы алды. Тыумышы менән ул Алаҡайҙан, Юлдаш ауылына 1957 йылда килен булып төшә һәм ғүмер буйы ошонда йәшәй.


Ете класты тамамлап, фермала эшләп йөрөгән мәлендә осрата ул үҙенең яртыһын.

- Элек осрашып, күрешеп йөрөү булманы. Тимерғәле армиянан ҡайтып төшкәйне. Уны эштә бер күрҙем дә, икенсе тапҡыр юлда ҡаршыма осраны. Оҙаҡ та үтмәне ағаһы, еңгәһе менән яусылап килеп инде. Әсәйем ҡустыһына кәңәшләшергә сығып китте. “Матур ултырған сағында, кейәүгә бирәйек”, - тип кәңәш иткән ағайым. Икәүләп бүрәнә әҙерләп, ташып, 1960 йылда йорт төҙөп сыҡтыҡ, - инәйҙең һөйләгәндәре кинотаҫма кеүек күҙ алдынан үткәндәй булды.


Колхозда ла эштең еңелен һайлап тормай. Ғүмере сөгөлдөр баҫыуында үтә. “Өсәр гектар сөгөлдөр утап, таҙартып, ҡул менән тейәй торғайныҡ, - ти ул ауыр эштән һөйәлләнеп бөткән ҡулдарын һыпырып. - Ул арала һарыҡ йөнө ҡырҡаһың, бесәнгә төшөп китәһең...”. Зәйтүнә, Зөбәйер, Зөбәйҙә, Руза, Альбина исемле ул-ҡыҙҙары ла бер-бер артлы үҫеп, тыуған оянан осоп сығып китә. Хәҙер өсәүһе Салауатта, береһе Ғафуриҙа, береһе Нефтекамала донъя көтә.


Бабайы ғына янында юҡ, 20 йыл элек вафат булған. Шулай ҙа балалары әсәйҙәрен иғтибарҙан өҙмәй, аҙна һайын ҡайтып, хәлен белешеп торалар. Йорто туҙа башлағас, Зөбәйер улы әсәһенә йорт һалып биргән. Нәҡиә инәй яңы ҙур өйҙә бер нисә ҡыш ҡышлап та өлгөргән.


- Рәхмәт уҡып ултырам балаларыма. Йәш ваҡытта бындай рәхәт күрмәнем, - ти ҡарт әсә шатланып. Тыуған ерҙән төшкән ер яҡын, тип юҡҡа әйтмәгән боронғолар. Нәҡиә инәй ҙә килен булып төшкән ауылын үҙ иткән.


- Кешеләренән бер ҡасан яман һүҙ ишетмәнем. Күршеләр, туғандар менән татыу йәшәнек. Шуға Юлдаштан бер ҡайҙа ла китәһем килмәй. Балалар үҙҙәренә саҡырһа ла, 1-2 көндән ҡабат ҡайтҡы килә башлай, - ти эшһеҙ ултырыуҙы үҙһенмәгән инәй. Һаман кәзәләр, һарыҡтар аҫрай, ҡош-ҡорт тота. Күңеленә ятҡан тағы ла бер шөғөлө булыуы - шиғырҙар яҙыуы тураһында ла белдек. Бер нисәһен беҙгә уҡып та ишеттерҙе.


“Дүрт мөйөшкә ҡарап ятҡым килмәне”

Бар ғүмерен ошо ауыл менән бәйләгән Искәндәр Кинйәбаев ҡалаға китмәүенең сәбәбен ошолай аңлатты. Уның ҡатыны Асия апай мәрхүмә булған. Искәндәр ағай улы һәм килене менән донъя көтә. 1958 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда һарыҡ көткән. Ҡура тирәһендә етеҙ хәрәкәттәр менән мал ҡарап йөрөгән ағайға 77 йәш биреп тә булмай әле. Хужалыҡта һыйыр ҙа, һарыҡтары ла етерлек. “Эшләһәң - ашайһың”, - ти Искәндәр ағай.


Был йортта ла ауылға ҡағылышлы ҡайһы бер теләктәрен еткерҙеләр.

- Мәктәп автобусы балаларҙы алып китә, килтереп ҡуя. Тик бына ауылдың ситенән түгел, эсенәрәк инеп алып китһә балаларға уңайлы булыр ине.

Ауылдың үҙенә лә маршрут автобусы йөрөп тора. Дөрөҫ, бер осор туҡталып торған, юл йөрөүе бик ҡыйынлашҡан ул саҡта. Киләсәктә был хәл ҡабатланмаһа ине, тип теләй ауыл халҡы.


Юлдаш халҡы күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. “Торатау” гәзитен алдырып уҡыусылар булмауына ғына күңел кителде. Шулай ҙа, киләсәктә был ауылдың йорттарына ла гәзитебеҙ килер, тигән ышаныс менән ҡайтып киттек.






Фото: автор.

Читайте нас: