Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Ғинуар 2019, 04:00

«Ҡәләмемдең көсө барҙа яҙам әле»,- ти 60 йыл буйы матбуғаттан айырылмаған Рәфҡәт Сәғәҙиев

Тәүге тапҡыр ҡәләмгә ул йәп-йәш кенә егет сағында армияла хеҙмәт иткәндә тотона. Заманында яҡташыбыҙ хәрби хеҙмәттә үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтә, Алыҫ Көнсығышҡа эләгеп, унда самолеттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса механикка уҡыуын “отлично”ға тамамлай.

Тәүге тапҡыр ҡәләмгә ул йәп-йәш кенә егет сағында армияла хеҙмәт иткәндә тотона. Заманында яҡташыбыҙ хәрби хеҙмәттә үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтә, Алыҫ Көнсығышҡа эләгеп, унда самолеттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса механикка уҡыуын “отлично”ға тамамлай.


Артабан Ивановола гвардия истребителдәр полкында әрме юлын дауам итә. Радиомеханиктар етмәгәс, дивизияла ошо һөнәргә лә уҡып сыға һәм өлкән радиомеханик булып китә. Тап шул йылдарҙа күңеле яҙыуға тартыла ла инде.


- Хеҙмәттәштәрем, офицерҙар, осоусылар тураһында мәҡәләләрем “Хәрби һаҡта” тигән гәзиттә бер-бер артлы донъя күрә башланы. Яҙыу үҙемә лә оҡшап китте. Гәзиткә әүҙем яҙышҡаным өсөн байтаҡ маҡтау ҡағыҙҙары менән дә бүләкләндем, - тип 60 йыл элек булған ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө Рәфҡәт ағай.

Армиянан ҡайтып ғаилә ҡорғас, "Салауат нефть үткәргестәр идаралығы”нда хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер булып эшкә урынлашҡас та яҙыуға күңел талабы һүрелмәй. Ул ваҡытта “Ленинский путь” гәзитендә ҡала тормошо, идаралыҡ тураһында хәбәрҙәре даими донъя күрә. 1961 йылда Ишембайға ҡайта. Ҡаланың газ хеҙмәтендә мастер вазифаһы менән бер рәттән яҙыуҙан да туҡталмай. “Иретеп йәбештереүсе егет тураһында ҙур мәҡәләм сыҡҡаны әле лә хәтеремдә. Бик тырыш эшсе ине. Аҙаҡ уға Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән маҡтаулы исем дә бирелде”, - тип хәтерләп алды ул йылдарҙы.


“Торатау”, “Восход” гәзиттәренең әүҙем хәбәрсеһе итеп тә беләбеҙ Рәфҡәт Абдрахман улын.


“Башҡортостан”да ла мәҡәләләре донъя күрә. Уның иғтибарынан бер генә етешһеҙлек тә ситтә ҡалмай. “Элек кеше гәзиттәге тәнҡиттән ҡото осоп тора ине”, - ти ҡәләмдәшебеҙ. Эшенә илке-һалҡы ҡараған хеҙмәткәрҙәрҙе лә гәзит аша “тыңлатып” алғылаған саҡтары була ағайыбыҙҙың. “Ишембайнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында мастер, өлкән мастер булып эшләгәнендә лә ҡәләменең көсөн юғалтмай, яҙылмаған бер генә цех та ҡалмай, бында уға пропагандист бурысын да ышанып тапшыралар.

Бына шулай, техник белемле булһа ла, уны ғүмер буйы хәбәрсе шөғөлө лә оҙатып килә.

- Яҙыу - минең өсөн өҫтәмә бер һөнәр һымаҡ. Яҙмайыраҡ торһам, күңелгә нимәлер етмәй. Мәҡәләмде уҡып рәхмәт әйтеп китһәләр ҙә рәхәт булып ҡала, - тип ихлас йылмая Рәфҡәт Абдрахман улы.

Гәзитебеҙҙе ошондай хәбәрселәребеҙҙең мәҡәләләре байыта ла инде. Сөнки улар редакцияның иғтибары етмәгән, күреп өлгөрмәгән темаларҙы бик урынлы асып һала.




Фото: автор.


Читайте нас: