Ошо бәләкәй генә ауылда сыр-сыу килеп йөрөгән балаларҙы күргәс, тыуҙы был уй.
Ҡалала бер көн дә тора алмайым
Бер-бер артлы теҙелеп киткән ябай ауыл өйҙәре. Уларҙың һәр береһендә тормош ҡайнай, һәр ҡайһыһының үҙ шатлыҡтары, үҙ көйөнөстәре. Ихатаһы тирәһендә йөрөгән бер ағайҙы күреп ҡалып, уның эргәһендә туҡталдыҡ. Ғүмер буйы Ҡыҙыл Октябрҙә йәшәгән, “Шишмә” колхозында ветеринар фельдшер булып эшләгән Фәнир Хәмиҙуллин булып сыҡты ул. Әлеге көндә хаҡлы ялда икән. Ҡатыны менән ике бала үҫтергәндәр, олоғайған көндәрендә мал-тыуар аҫрап һәүетемсә генә донъя көтәләр.
Бар ғүмере ошонда үткәс, ауылдың тын алышын белеп тора ул. “Ауылда йәштәр бармы?” - тип ҡыҙыҡһындыҡ Фәнир ағайҙан.
- Үҙем дә мин ер кешеһе, ҡалала бер генә көн дә тора алмаҫ инем. Йәштәр ҙә ҡала. Мәҫәлән, улым Дамир ғаиләһе менән ауылда төпләнеп донъя көтәләр. Ауылыбыҙҙа буш өйҙәр юҡ, атай нигеҙен һыуытмайҙар , - тине ул Ҡыҙыл Октябрҙең киләсәгенең өмөтлө булыуына ишаралап.
Ауылда йәшәү өсөн мөһим уңайлыҡтарҙың береһе газ бар, һәр береһе үҙе ҡаҙытып һыу мәсьәләһен дә хәл иткәндәр. Ошо ергә береккәндәр ауылдан йәшәү көсө алып тормош көтә.
Ауылдың иң оло кешеләренең береһе Сажиҙә Сәйетованың да хәлен белештек. Ул һүҙгә лә маһир, эшкә лә шәп булып сыҡты. 83 йәш бирмәҫһең дә, йәш сырайлы, теремек инәй беҙ барғанда ҡуралағы кәзәләрен ҡарап, өйөнә инеп кенә тора ине.
22 йәшлек сағында Көҙән ҡыҙы ошо ауылға килен булып төшә һәм ғүмерлеккә төпләнә.
- Элек танышыу, осрашып йөрөү булманы бит. Бер көн шулай эштән ҡайтып, йөн тетеп ултырһам, ике кеше килеп инде. Мин ағайыма килгәндәр икән тип уйланым. Ә улар яусы булып сыҡты. Шулай итеп тормошҡа сыҡтым да ҡуйҙым. Ирем менән 50 йыл йәшәнек. Туғыҙ йыл элек мәрхүм булып ҡуйыуы ғына бик ауыр булды, - тип һөйләне инәй.
Үҙ мәле еткәс, ояларынан осоп таралышҡан ҡоштар һымаҡ, балалары ла хәҙер үҙ аллы донъя көтә. Шулай ҙа тыуған нигеҙҙәрен онотмайҙар, ҡайтып әсәйҙәренең хәлен белешеп торалар. Сажиҙә Әбдрәхим ҡыҙы үҙе лә бирешерлек түгел әле, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарап үҙ көйөнә донъя көтә.
- Ауылыбыҙ тыныс. Эскән, тәртип боҙған кеше юҡ. Тырышып донъя көтәләр. Йәштәр ҙә ҡала, - тип тормоштан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе инәй.
Сажиҙә инәйҙең тағы ла бер үҙенсәлекле яғын астыҡ. Ул шиғыр оҫтаһы ла булып сыҡты. Һуңғы осор бик яҙмаһа ла, элегерәк ижад ителгәндәренең һәр береһе күңел һандығында һаҡлана, береһен дә онотмаған. Тәүге шиғыры уның ауылдан мәктәпте күсереп алып киткән мәлдә тыуа.
- Мәктәбебеҙ бик матур ине. Уны күсереп алып киткәндә күңелгә бик ҡыйын булды. Тупһаға баҫып, мәктәп урынлашҡан сауҡалыҡ яғына ҡарап үҙенән-үҙе күңелдә шиғыр тыуҙы. Ул ваҡытта балаларым да уҡыусы йәшендә ине әле, - тине ул һәм бер һүҙен дә онотоп ҡалдырмай 36 йәшендә яҙған шиғырын һөйләп ишеттерҙе:
Һылыу ҡыҙға тиңләп ҡайындарҙы
Ҡарап торҙом күңелем туйғансы.
Ҡайындарым, һеҙҙең төбөгөҙҙә
Балалар юҡ хәҙер уйнаусы.
Аҡ ҡайындар ситтән ҡайтҡандарҙы
Гармун уйнап үҫкән егеттәрҙе
Күпме йылдар оҙатып ҡалалар.
Әкрен генә елдәр иҫкән саҡта
Һағынып ҡайтырһығыҙ тыуған яҡҡа
Китһәгеҙ ҙә йыраҡ илдәргә.
Сажиҙә инәйҙең күпселек шиғырҙары ауыл тормошо, тәбиғәт тураһында.” Элек мал күп ине. Рәттән дүртәр көн көтөү көткән саҡта тәбиғәткә һоҡланып яҙа инем. Эс бошҡанда шиғыр яҙһам да рәхәт булып ҡала”, - ти ул.
Сажиҙә Сәйетова “Торатау” гәзитенең күптәнге уҡыусыһы ла булып сыҡты. Әле лә гәзиттән айырылмай. “Беҙ һуғыш балалары. Аслыҡты, яланғаслыҡты күп күрҙек. Шуға иң ҙур теләгем – ил тыныс булһын”, - тине Ҡыҙыл Октябрь ауылының матур күңелле ағинәйе.
Ауылдың киләсәге - балалар
Ауыл урамында балаларҙы күреү шатлыҡ ине. Эвелина Ибәтуллина, Юлиә һәм Алмас Шәймәрҙәновтар менән танышабыҙ. Улар Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡып йөрөйҙәр икән.
- Бер аҙна эсендә тыуған ауылыбыҙҙы һағынып ҡайтабыҙ, ҙурайғас та ауылды ташлап китергә йыйынмайбыҙ, - ти улар. Кем белә, ауылдың киләсәге тап ошондай өмөтлө йәштәр ҡулындалыр!
Резеда ӘХМӘТГӘРӘЕВА, Хәнә МӘҠСҮТОВА.