Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Ғинуар 2019, 04:00

“Торатау” бүләге Торатау буйына китте!

Яңы йыл мөғжизәгә ышандыра бит ул. 2019 йылға “Торатау”ға яҙылып ҡуйыусылар араһында бүләк отош та оҡшаш кисерештәр уятты. Шулай итеп, төп бүләк - FORWARD маркалы тау велосипеды, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылына Рәшитовтар ғаиләһенә китте!

Яңы йыл мөғжизәгә ышандыра бит ул. 2019 йылға “Торатау”ға яҙылып ҡуйыусылар араһында бүләк отош та оҡшаш кисерештәр уятты. Шулай итеп, төп бүләк - FORWARD маркалы тау велосипеды, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылына Рәшитовтар ғаиләһенә китте!

- Ятып ҡалғансы тип, квитанциямды редакцияға ебәргәйнем, иң ҙур бүләкте эләктерә алыу уйҙа ла булманы – ныҡ шатбыҙ! – ти Урман-Бишҡаҙаҡ мәҙәниәт йортонда егерме йылға яҡын художество етәксеһе булып эшләгән Альфира Зәки ҡыҙы. Ире Ришат, балалары Әлфинур, Радмир менән күмәкләшеп редакцияға килеп инде улар айҙай балҡып. Был шатлыҡлы мәлде видеоға, фотоға төшөрә һалдыҡ. Уртаҡлашҡандан һөйөнөс арта ғына! Республикабыҙҙың билдәле эстрада йырсыһы, әлеге көндә Ишембай нефть колледжында педагог-ойоштороусы булып эшләүсе Айрат Зиннәтовтың туранан-тура ҡатнашлығы булды бүләктәр отошонда. Квитанция күсермәләрен беҙгә төрлө юл менән тапшырған гәзит уҡыусылар һаны 350-гә етә яҙҙы, уларҙы бер исемлеккә теҙеп, һәр береһен номерлап ҡуйғайныҡ. Айратты махсус рәүештә еңеүсене билдәләүгә саҡырҙыҡ, йырлап, көлдөрөп, барабанды зыр әйләндереп тартып сығарҙы ул бәхетле һанды! 48 һаны аҫтында тап Альфира Рәшитованың квитанцияһы теркәлгән булған. Бүләкләү мәленә лә дәртле йырсы килә һалып, ғаиләгә виләсәпитте үҙ ҡулдары менән тапшырҙы. Гәзит уҡыусыларыбыҙға ла Яңы йыл бүләге булһын тип, иң матур йырының береһен башҡарҙы. Бәйләнештәге төркөмөбөҙҙә видео аҫтындағы “лайыҡ”тарығыҙ буйынса ҡарағанда – бик тә оҡшатҡанһығыҙ! Шулай, дуҫтар, бар ул мөғжизә! Ә Рәшитовтар ҡайтыу менән виләсәпиттәрен ихатала ҡар өҫтөндә һынап ҡараған, хәтәр шәп тиҙәр. “Йорт ҙур, виләсәпиткә ултырғы килеп тора – бүлмәләр араһында тегеләй-былай йөрөйбөҙ!” – тип көлдөрҙөләр. Шатлығын, рәхәтен күрегеҙ, гәзитебеҙҙең күңеле шулай киң ул, алдырығыҙ, уҡығыҙ ғына!





Фото: автор.


Читайте нас: