Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Декабрь 2018, 04:00

Телебеҙ йәшәһә, илебеҙ йәшәр!

Бына тағы бергәләп Яңы йылға аяҡ баҫабыҙ. Йылдар дауамында “Торатау”ға тоғро ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт. Арағыҙҙа төрлө йәштәге, төрлө яҙмышлы, төрлө һөнәр кешеләре бар. Һәм һеҙҙе бер нәмә берләштерә, ул да булһа - телебеҙгә булған һөйөү.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!


Бына тағы бергәләп Яңы йылға аяҡ баҫабыҙ. Йылдар дауамында “Торатау”ға тоғро ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт. Арағыҙҙа төрлө йәштәге, төрлө яҙмышлы, төрлө һөнәр кешеләре бар. Һәм һеҙҙе бер нәмә берләштерә, ул да булһа - телебеҙгә булған һөйөү. Эйе, эйе, тап һеҙ - тел һағында тороусылар. Туған телебеҙҙә нәшер ителгән гәзит-журналдарыбыҙҙы алдырып уҡып, милли матбуғатты үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерәһегеҙ. Бәләкәй генә пенсияғыҙҙан, ҙур булмаған эш хаҡығыҙҙан, аҡса арттырып, “Торатау”ға яҙылған инәй-бабайҙар, ағай-апайҙар, һеҙгә рәхмәт. Күңелегеҙ байлығына, рухығыҙ ныҡлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Һеҙ беҙҙе алға этәреүсе лә, эшкә дәрт биреүсе лә.


Ташҡа баҫҡан һүҙҙең ҡәҙерен белгән йәштәребеҙ бар. Шуға шатланабыҙ. Мәҡәлә, шиғыр килтергән, йә булмаһа Бәйләнештәге төркөмөбөҙгә ҡыйыу ғына фекер “ырғытҡан” егет-ҡыҙҙарыбыҙҙы күтәреп алырҙай булабыҙ. Сөнки киләсәк - улар ҡулында, тимәк, телебеҙ ҙә. Теле барҙың ғына иле бар. Шуны онотмайыҡ. Телебеҙ йәшәһә, Башҡортостан тигән илебеҙ ҙә йәшәр. Халҡыбыҙ йәшәр.


Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, дуҫтар! Бары тик шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен ул һеҙгә. Һау-сәләмәт булайыҡ, өмөттәр аҡланһын, хыялдар ысынбарлыҡҡа әйләнһен.
Читайте нас: