Төн сыҡҡансы нисек түҙергә, еңеүсене атағы килә бит әй! Анау өҫтәлдә тулып ятҡан ҡағыҙҙарҙа һеҙҙең исемдәр теркәлгән, квитанция ебәреп өлгөртөүсе дуҫтар! Бөтәһе 334 кеше булды исемлектә. Квитанциялар күсермәһен әле лә ҡабул итәбеҙ, бүләктәрҙең вағырағы, әммә көнкүрештә бик тә кәрәклеһе ҡалды! Ошо көндәрҙә «Торатау»ға яҙылып өлгөрөп, квитанцияһын телефонға фотоға төшөрөп булһа ла электрон почтаға (
[email protected]) һалығыҙ - отош исемлегенә үҙегеҙҙе өҫтәп ҡуясаҡбыҙ!