Эйе, дуҫтар, Яңы йыл алды мөғжизәле осор. Был мәлдә шулай уҡ теләктәр ҡабул булып, хыялдар тормошҡа ашыусан. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, тылсымлы лототроныбыҙ ярҙамында тоғро дуҫтарыбыҙҙы бүләктәр менән һөйөндөрәбеҙ.
Бер бите айҙай, икенсеһе ҡояштай балҡыған, оҙон ҡара ҡуйы толомдары биленәсә төшөп торған геройыбыҙҙы “Ҡарһылыу”мы тип торҙоҡ башта беҙ ҙә. Ә ул ғүмерен мәрхәмәтле һөнәргә бағышлаған, һәм әле лә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан эшен дауам иткән шәфҡәт туташы булып сыҡты. Медицина өлкәһендә дөйөм стажы 36 йыл булһа, шуның 27 йылын Ишембайҙағы туберкулезға ҡаршы диспансерында эшләй Замира Әҙип ҡыҙы.
Һөйләшеп таныша торғас, геройыбыҙҙың тыумышы менән Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылы ҡыҙы, улай ғына ла түгел, Башҡортостандың халыҡ, РСФСРҙың атҡаҙанған артисткаһы, “Үҙем башҡорт, рус егетен яраттым ғүмерлеккә” тип йырлаусы Мәғфирә Ғәлиеваның яҡын туғаны икәнлеге асыҡланды.
- “Торатау” гәзитен Ишембайға килеп эш башлағаны бирле алдырам. Әммә отош тураһында ишеткәнем дә, белгәнем дә булманы. Быйыл яҙылған саҡта квитанциямдың күсермәһен яһатып алып ҡалғайнылар, бына һиңә Яңы йыл бүләге! Ғүмерҙә лә бүләк-маҙар отҡаным булманы, бик ныҡ шатландырҙығыҙ мине. Башҡалар ҙа яҙылһындар, уҡыһындар, минең кеүек көтмәгәндә генә уңышҡа осраһындар, - тип яңы йыл алды теләктәрен дә еткерҙе бүләгенән бик ҡәнәғәт ҡалған сибәр ханым.
Ишеттегеҙме, дуҫтар! Уңыш шулай тәүәккәлдәргә көтмәгәндә генә йылмайыусан. Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ уңышлылар рәтенә!