Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Декабрь 2018, 02:00

Яңы йылға “Торатау” бүләк ит!

“Торатау” гәзите редакцияһы һеҙгә бик шәп тәҡдимен еткерә: үҙегеҙҙең яҡындарығыҙға, атай-әсәйҙәрегеҙгә, олатай-өләсәйҙәрегеҙгә, күршегеҙгә, тәүге уҡытыусығыҙға, әхирәтегеҙгә йәки йәндәй күргән яҡын дуҫығыҙға, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарығыҙға “Торатау” гәзитенә яҙылған квитанция бүләк итһәгеҙ, улар һеҙгә ярты йәки бер йыл буйы, “Торатау”ҙың яңы һаны килгән һайын иҫенә төшөрөп рәхмәт уҡыр.

Яңы йылға ла оҙаҡ ҡалманы, дуҫтар. Тимәк, күңелле мәшәҡәттәр осоро яҡынлаша. Яңы йылды ҡаршылау, байрам өҫтәле, яҡындарыңа бүләктәр бирешеү кеүек тылсымлы мәлдәрҙе нисек тә башҡаларҙан айырмалы һәм ҡабатланмаҫ итеү тураһында хыяллана торғандыр күптәрегеҙ. Иң яҡын кешеләреңде нимә менән ҡыуандырырға, бүләккә нимә һайларға тигән һорауҙар әле үк башығыҙҙы ҡайнаталыр, моғайын.
“Торатау” гәзите редакцияһы һеҙгә бик шәп тәҡдимен еткерә: үҙегеҙҙең яҡындарығыҙға, атай-әсәйҙәрегеҙгә, олатай-өләсәйҙәрегеҙгә, күршегеҙгә, тәүге уҡытыусығыҙға, әхирәтегеҙгә йәки йәндәй күргән яҡын дуҫығыҙға, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарығыҙға “Торатау” гәзитенә яҙылған квитанция бүләк итһәгеҙ, улар һеҙгә ярты йәки бер йыл буйы, “Торатау”ҙың яңы һаны килгән һайын иҫенә төшөрөп рәхмәт уҡыр. Гәзит алдырып уҡыу - ул мәҙәнилек, рухи байлыҡ сығанағы. Бындай бүләк һәр кемде ҡыуандырасаҡ. Шулай уҡ бындай бүләкте балалар йорто, балалар баҡсаһы, мәктәп, интернаттар, ҡарттар йорто кеүек иғтибарға мохтаж учреждениеларға яҙҙыртып бүләк итеү ҙә бик йылы ҡабул ителәсәк.
Был бик матур һәм мәрхәмәтле акцияны миһырбанлы һәм оло йөрәкле, юғары мәҙәниәтле һәм рух байлығын башҡа ҡиммәттәрҙән өҫтөн күргән яҡташтарыбыҙ күтәреп алырына ышанабыҙ.
Әйҙәгеҙ әле яңы йыл алдынан акцияны кемегеҙ башлап ебәрер икән? “Торатау” гәзитен бүләк итеп яҙҙырырға һәм уның тураһында беҙгә хәбәр итергә генә кәрәк. Бүләк иткән мәлегеҙҙе фото менән дәлилләп ҡуйһағыҙ, бигерәк тә шәп буласаҡ. “Торатау”ға яҙҙырылған квитанция бүләк итеүселәр 2019 йылда гәзитебеҙ биттәрен биҙәйәсәк.
Ып-ысын ғына итеп әйтәбеҙ - үҙегеҙ йәшәгән район гәзитенә яҙҙырылған квитанция бүләк итеү - иң тапалмаған һәм иң үҙенсәлекле бүләк буласаҡ!
Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.

Читайте нас: