- Атай яраларынан ныҡ этләнде, һуғыштан һуң күпме ваҡыт үткән, мин йүгереп йөрөйөм, бала булһам да уның уң яҡ түшенең һарҡырап тороуын, әсәйемдең төрлөсә дауалап маташыуын хәтерләйем, - ти Наилә апай. – Ғүмере буйы колхозда ҡулынан килгән эш башҡарҙы, инвалидлығым бар, тип торманы. Ҡортсолоҡта, малсылыҡта эшләне. Туғай ауылы ҡыҙы Ғәлимә Ғәйнетдин ҡыҙы менән өйләнешеп, замана ауырлыҡтарына бирешмәй, бына тигән 7 бала үҫтергәндәр. Әле ветеранға 92 йәш. Ҡолағы ишетеп бармаһа ла, тормоштан ҡәнәғәт булыуы йөҙөнә яҙылған - балалары, ейәндәре йәнәшәлә, тыуған нигеҙҙә йорттар һалғандар, тыуған ергә хеҙмәт итәләр. Һаулыҡ һиңә, Харис ағай, ауылың ҡото, тотҡаһы булып йәшәй күр.